Мәсетле тормошо
+18 °С
Облачно
Новости
17 Октября 2018, 08:00

Башҡортостанда йәшәүсе бәлиғ булмаған ҡыҙҙарҙы аҙҙырыуҙа ғәйепләнә

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.


Башҡортостанда ике бәлиғ булмаған ҡыҙға ҡарата енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән 50 йәшлек ир хөкөм алдына баҫа.


Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡта йәшәгән 50 йәшлек ирҙе «енси характерҙарғы көс ҡулланыу» статьяһына ярашлы ғәйепләү буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланған.


2013-2017 йылдарҙа ир ҡатынының 2002 һәм 2005 йылғы ҡыҙҙарына ҡарата енси характерҙағы көс ҡулланған. Ә ҡыҙҙар үгәй атайҙың ҡылығы тураһында әсәһенә әйтмәгән. Балалар унан ҡурҡҡан. 2017 йылда ғына, ҙурайғас, үҙ аталарында ҡунаҡта саҡта уның ҡатынына үгәй атайҙың енәйәте тураһында хәбәр иткәндәр.


Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған. Әле енәйәт эше раҫланған ғәйепләү һығымтаһы менән ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән.