Башҡортостанда балаларға стоматология ярҙамын күрһәтеү схемаһын раҫланды. Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Схемаға ярашлы, пациент балалар поликлиникаларында, үҙәк район дауаханаларының стоматология кабинеттарында, балалар өсөн белем биреү, шифахана-курорт учреждениеларында һәм балалар сәләмәтлек үҙәктәрендә стоматология ярҙамын алырға хоҡуҡлы.
Өфөләге 7-се балалар стоматология поликлиникаһында тәүлек әйләнәһенә стоматология ярҙамы күрһәтелә, ә Башҡортостандың район-ҡалаларында йәшәгән балалар поликлиниканан өйгә килергә тейешле дежур табип-стоматологтың ярҙамына иҫәп тота ала.
Беренсе консультациянан һуң кәрәк булған осраҡта балалар юғары технологиялы медицина ярҙамын алыу өсөн Республика балалар клиник дауаханаһына һәм башҡа учреждениеларға ебәрелә. Документта Башҡортостан балаларына ярҙам күрһәтеү өсөн медицина ойошмаларының яуаплылыҡ зоналары билдәләнгән.