Новости
16 Октября 2018, 08:00

Республикала шәхси йортта сыҡҡан янғында өс йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән

Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында 16 октябрҙә иртән бер йортта янғын сыҡҡан. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, утты һүндереү өсөн ведомствоның шәхси составынан 17 кеше һәм туғыҙ янғын машинаһы, шулай уҡ Стәрлебаш ауыл Советынан ирекле янғын һүндереү командаһы, полиция, медиктар, администрация һәм прокуратура килгән.



«Янғын подразделениелары килеп еткәндә өйҙө ут ялмап алған. Янғындың майҙаны 100 квадрат метр тәшкил иткән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Утты һүндергәндән һуң емереклектәрҙе тикшергән ваҡытта 2015 йылғы баланың кәүҙәһе табылған.



«Янғындың сәбәбе асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе эшләй. Һәләк булған сабыйҙың әсәһе менән психолог эш алып бара», — тинеләр ведомствола.