7 октябрҙә Түбәнге Бобин ауылында РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Мәсетле районының почетлы гражданы Михаил Иванович Томилов иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион асыҡ турнир ойошторолдо. Унда 45 кеше ҡатнашты. Турнир еңеүселәре һәм призерҙары район хакимиәте һәм “Ленинский” АПК-һы грамоталары һәм приздары менән наградланды.
Турнирҙы ойоштороп уҙғарыуҙа Башҡортостан Республикаһының Шахмат федерацияһы, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте, “Ленинский” АПК-һы һәм Түбәнге Бобин мәктәбе айырым ярҙам күрһәтте.