Мәсетле тормошо
+18 °С
Облачно
Новости
10 Октября 2018, 06:03

Матбуғатҡа яҙылыуҙың көҙгө декадаһы

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 4 октябренән 14-енә тиклем республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә лә, шулай уҡ Рәсәй Почтаһы сайтында Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы үтә. Ошо ваҡыт арауығында һеҙ шаҡтай ташламалар менән гәзит-журналдарға, шулай уҡ район гәзитенә лә яҙыла алаһығыҙ.

Шулай уҡ ҡала һәм район үҙәктәренең үҙәк почта бүлексәләрендә киң хуплау алған “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһы ла дауам итә. Уның барышында теләгән һәр кем үҙе һайлаған социаль учреждение – тәғәйен бер балалар йорто, йорт-интернат, ветерандар һәм ҡарттар йорто адресына теләгән бер баҫмаға яҙыла ала. Шулай уҡ һеҙгә икенсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса районкаға яҙылыусылар араһында ВЕЛОСИПЕД уйнатыласағы тураһында хәбәр итергә ашығабыҙ. Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн “Мәсетле тормошо” район гәзитенә 2019 йылдың кәм тигәндә 6 айына яҙылырға кәрәк.