Башҡортостанда сентябрҙә эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләме 4 266 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 44,7% тәшкил иткән. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына төбәктең Хеҙмәт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Эшһеҙлек буйынса минималь дәүмәлдә пособие алыусылар өлөшө республикала 29,3% тәшкил итте, максималь — 57,0%.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны хәҙер 18 мең кешенән артҡан.
Сағыштырыу өсөн: йыл башында төбәктә 20,7 мең «рәсми» эшһеҙ иҫәпләнгән.