Мәсетле тормошо
+19 °С
Облачно
Новости
4 Октября 2018, 08:05

Азат Йыһаншиндың эш сәфәре

Мәсетле районында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин булып китте.

Уның менән бергә район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов һәм Мәсетле ветстанцияһы начальнигы Илдар Ғәниев район ветстанцияһының ветеринария участкаларын йөрөп сыҡты. Участкаларҙа ул эш шарттары менән танышты, белгестәр менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Ленинский” АПК-һының сусҡасылыҡ фермаһында африка тағуны менән сирләүҙе булдырмау буйынса талаптарҙың үтәлешен тикшерҙе.

Шул уҡ көндө район хакимиәтендә Азат Салауат улы граждандарҙы ҡабул итте. Мәсетлеләрҙе мал зыяраттары, мал һуйыу, малдарҙы идентификациялауға ҡағылышлы һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙың һәр береһенә тулы яуаптар бирелде.

Шунан һуң Азат Йыһаншин ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, зоотехниктары, баш ветврачтары, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ауыл биләмәләрендәге участка ветеринарҙары менән осрашты. Ветеринария тармағындағы күп темалар тикшерелде.