Был ваҡытта тәбиғәт уяна, шатлыҡ һәм өмөттәр менән яңы пландар һәм уй-хыялдар тыуа. Йәшәүгә көс һәм ышаныс биреп, ошо кәйеф һеҙгә һәр ваҡыт юлдаш бул-һын. Сөнки өйҙәге тыныслыҡ, ғаилә именлеге, балаларҙың һаулығы һәм киләсәге ҡатын-ҡыҙ иңдәрендә ята. Һеҙ донъяны яҡтыраҡ һәм сағыуыраҡ итәһегеҙ, күңелдәребеҙҙе йылытаһығыҙ. Һеҙҙең сикһеҙ сабырлығығыҙ, сыҙамлығығыҙ, тәрән аҡыллы булыуығыҙ, мөхәббәтегеҙ арҡаһында беҙ күп ауырлыҡтарҙы һәм бәхетһеҙлектәрҙе еңеп сыға алабыҙ.
Күп кенә тармаҡтарҙа нәҡ гүзәл заттар коллективтарҙың нигеҙен тәшкил итә. Һеҙ Мәсетле районының үҫешенә ифрат ҙур өлөш индерәһегеҙ. Шуның менән бергә мөләйем, һөйкөмлө, сабыр, аҡыллы, хәстәрлекле әсә һәм яратыусы ҡатын, ғаилә усағын һаҡлаусы булып ҡалаһығыҙ.
Хеҙмәтегеҙ, хәстәрлегегеҙ, изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар. Бәхетле һәм һөйөклө булығыҙ! Ирҙәрегеҙҙең терәген тойоғоҙ, балаларығыҙ һөйөндөрһөн. Ныҡлы һаулыҡ һеҙгә, яҡшы кәйеф, ғаилә именлеге, эштәрегеҙҙә уңыштар!
Район Советы һәм Хакимиәте.