Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2017, 02:00

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Эдуард Фәрхетдин улы! 60 йәшлек юбилейығыҙ айҡанлы иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ! Һеҙҙең эшегеҙ тиҫтәләгән йылдар дауамында хөрмәткә лайыҡ. Байтаҡ йылдар дауамында яуаплы урындарҙы биләп, һеҙ бөтә көсөгөҙҙө, белемегеҙҙе һәм тормош тәжрибәгеҙҙе Мәсетле районы мәнфәғәтенә арнай-һығыҙ. Һеҙгә бурыс тойғоһо, шәхси яуаплылыҡ һәм тапшырылған эшкә тоғролоҡ кеүек сифаттар хас. Беҙ һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, мәсетлеләр именлегенә артабанғы эшегеҙҙә уңыштар, бөтмәҫ дәрт һәм именлек, һеҙгә, һеҙҙең яҡындарығыҙға һәм туғандарығыҙға шатлыҡлы көндәр теләйбеҙ. Район Советы һәм Хакимиәте. * * * “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәсәғүт филиалына ҡараған Мәсетле комплекслы хеҙмәте мастеры Василий Михайлович ЖИЛЬЦОВ Мәсетле районы Хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәсәғүт филиалына ҡараған Мәсетле комплекслы хеҙмәте диспетчеры Сәлихйән Рәит улы СӘҒӘҘӘТОВ – Мәсетле районы Хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән.