Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Май , 14:45

Өфөлә «Китап байрамы» китап йәрминкәһе почта конвертына мисәт һуғыу менән асылды

Рәсәй почтаһы «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә арналған конверт сығарҙы. Унда сараның символикаһы төшөрөлгән. Өфөнөң Совет майҙанында йәрминкәне асыу тантанаһы алдынан конвертҡа мисәт һуғыу тантанаһы уҙҙы.

Өфөлә «Китап байрамы» китап йәрминкәһе почта конвертына мисәт һуғыу менән асылды
Өфөлә «Китап байрамы» китап йәрминкәһе почта конвертына мисәт һуғыу менән асылды

Тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов ҡатнашты. Һәр ваҡыттағыса ҡатнашыусылар конвертта үҙ ҡултамғаһын ҡалдырҙы һәм почта продукцияһын тотоп, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Конверттың стандарт почта маркаһы бар, уның хаҡы Рәсәй буйлап ебәреү тарифына тап килә. Тиражы иһә 300 000 дана, тип хәбәр итте Рәсәй почтаһы республика идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.

Конверттарҙы Өфөнөң һәм Башҡортостандың почта бүлексәләрендә, шулай уҡ баш ҡаланың Совет майҙанында барған халыҡ-ара йәрминкәлә Рәсәй почтаһы стендында һатып алырға мөмкин. Ошо уҡ стендта конверттарға һәм открыткаларға «Китап байрамы» мисәтен ҡуйҙырып, теләһә ниндәй адресҡа хат ебәрергә була. Йәрминкә эше тамамланғас, махсус штемпелдең мисәтен Рәсәй почтаһы бүлексәһендә (Өфөнөң Ленин урамы, 28) ҡуйҙыртырға мөмкин.

24-26 майҙа Өфөлә икенсе «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үткәрелә. Китаптарҙың исем туйы, яҙыусылар менән осрашыуҙар, автограф-сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре, кино күрһәтеү һәм китаптарҙы һатыу-күргәҙмәһе ҡаралған.

Фото:Рәсәй почтаһының матбуғат хеҙмәте

Автор: