Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль , 15:50

Башҡортостанда «Тамға» халыҡ-ара конкурсына старт бирелде

Өфөлә башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсына әҙерлек барышында башҡорт халыҡ кейеме буйынса семинар-практикум уҙҙы. Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрө, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мишкә, Туймазы, Өфө, Учалы, Шишмә һәм республикабыҙҙың башҡа район-ҡалаларынан оҫталар ҡатнашты.

Башҡортостанда «Тамға» халыҡ-ара конкурсына старт бирелде
Башҡортостанда «Тамға» халыҡ-ара конкурсына старт бирелде

Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев һүҙҙәренсә, семинар ойоштороусылар өсөн дә, ҡатнашыусылар өсөн дә бик мөһим. Был элекке хаталарҙың ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа һәм башҡорттарҙың традицион кейеме реконструкторҙары эшенең сифатын күтәрергә, тәжрибәне арттырырға ярҙам итергә тейеш.

Өс йыл эсендә «Тамға» конкурсында (2020-2022 йылдар) төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән, мәҫәлән, Италия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Пермь крайы һәм Башҡортостан Республикаһынан вәкилдәр ҡатнашты, тип һөйләне проект етәксеһе, модератор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина. Ойоштороу комитеты 4 меңдән ашыу конкурс эшен ҡабул итте. Авторҙар үҙ эштәрен биш номинацияла күрһәтте: «Башҡорт милли кейеме  — реконструкция», «Заманса автор костюмы», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре» һәм «Башҡорт кейеме аксессуарҙары». Быйыл конкурсанттар «Башҡорт халыҡ кейеме — реконструкция» («Ир-егеттәр кейеме», «Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме», «Оҫталар ғаиләһе» йүнәлештәре буйынса) һәм «Башҡорт кейеме аксессуарҙары — реконструкция» («Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең аяҡ кейеме», «Традицион костюм аксессуарҙары») номинацияларында ғариза бирергә мөмкин.

Этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Р. Кузеев исемендәге Археология һәм этнография музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода, реконструктор, «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллин, реконструктор, «Тамға» конкурсы лауреаты Гөлнара Вәхитова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәге методисы Хәмдиә Дәүләтованың сығыштары ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.

 
Автор:Ләйлә Аралбаева
 
Фото:Рәмил Нафиҡов
 
Башҡортостанда «Тамға» халыҡ-ара конкурсына старт бирелде
Башҡортостанда «Тамға» халыҡ-ара конкурсына старт бирелде
Автор: