Иҡтисад
1 Декабря 2022, 11:15

Рәсәйҙә социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәй

Президенттың ҡушыуы буйынса хәҙер Рәсәйҙә социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәй. Программа медицина, белем биреү ойошмаларына таратылды. Хәҙер уларҙы газ бүлеү селтәрҙәренә бушлай тоташтырырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙә социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәйРәсәйҙә социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәй
Рәсәйҙә социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәй

Һүҙ газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа урынлашҡан балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар, дауаханалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, дөйөм практика табиптары бүлексәләре һәм табип амбулаториялары хаҡында бара. Бындай учреждениеларға үҙҙәренең участкаһына тиклем газ үткәргес һуҙыу буйынса саралар, шулай уҡ биналарҙы газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырған өсөн түләргә кәрәкмәй.

Автор: