Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Росгвардияға Урал “Витязь” автомобилдәре тапшырылды

Республика етәкселегенә бының өсөн рәхмәт белдерҙеләр.

Росгвардияға Урал “Витязь” автомобилдәре тапшырылды
Росгвардияға Урал “Витязь” автомобилдәре тапшырылды

12 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры – ғәскәрҙәрҙең баш командующийы армия генералы Виктор Золотов менән осрашты.

Көн тәртибендә республика менән бәйләнеш, махсус хәрби операцияла  бурыстарын үтәгән Росгвардия бүлексәләренә ярҙам итеү һорауҙары ҡаралды. Улар иҫәбендә Башҡортостандан Салауат Юлаев исемендәге ике батальон бар.

Осрашыу барышында Радий Хәбиров директор Виктор Золотовҡа 18 яңы УРАЛ “Витязь” бронялы автомобилдәргә сертификат тапшырҙы, улар махсус хәрби операция биләмәһендә ведомствоның шәхси составының бурыстарын башҡарыуға тәғәйенләнгән.

Виктор Золотов Башҡортостан етәкселегенә Росгвардия бүлексәләренең матди-техник базаһына ярҙам иткән өсөн рәхмәтен белдерҙе. Бынан тыш ведомство етәксеһе милли гвардия ғәскәрҙәренең хәрби һәләтен күтәреүҙә республика халҡының да өлөшөн билдәләп үтте.

Фото

Источник: https://bashgazet.ru/articles/godpoleznihdel/2024-03-12/rosgvardiya-a-ural-vityaz-avtomobild-re-tapshyryldy-3678846 

Автор: