Илнар шулай уҡ 2024 һәм 2025 йылдарҙа комплекслы көрәш буйынса Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәре Урал округының ике тапҡыр чемпионы, спорт мастерлығына кандидат статусын раҫлай.
Спорт юлын ул 2005 йылда башлай: “Мин һәр ваҡыт билдәле һәм күренекле боксер Рой Джонсонға һоҡландым, бала саҡтан уның алыштарын ҡараным, уның кеүек көслө булырға хыялландым. Бер ваҡыт дуҫым үҙе йөрөгән күнекмәгә саҡырҙы. Нисек баш тартайым инде?! Был тәүге дәрес миңә шул тиклем оҡшаны, шуға ла артабан ныҡышмалы шөғөлләнергә булдым. Беренсе алыш 2006 йылдың 25 мартында Оло Ыҡтамаҡ ауылының район Мәҙәниәт һарайында 35 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында уҙҙы. Оппонентымдан еңелеп, 2-се урын алдым. Ошо алыштан һуң был минең спорт төрө икәнен аңланым, – ти ул.
Илнар спортта ҙур уңыштарға өлгәшә. 2007 йылда ул бокс буйынса 1-се үҫмерҙәр разрядын үтәй, ә 2008 йылда спорт мастерлығына кандидат була. Ул Мәсетле районында бер нисә тапҡыр һәм Урғалыла өс тапҡыр еңеү яулай. 2008 һәм 2009 йылдарҙа М. А. Ферин иҫтәлегенә Рәсәй ярышында бронза призер тип табыла. 2016 йылда Илнар Пермь хәрби институтында ҡул һуғышы буйынса көмөш миҙал яулай, ә 2022 йылда Снежинск ҡалаһында хәрби самбо буйынса көмөш призер була. Ул шулай уҡ 2019 йылда бокс буйынса Милли гвардия ғәскәрҙәренең 93-сө дивизияһы чемпионатында еңеп сыға, 2021 йылда Урал округы чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ. 2022 йылда – бокс буйынса Урал округы чемпионатында еңеүсе һәм ҡул һуғышы буйынса бронза призер. 2024 йылда ул йәнә лә бокс буйынса Урал округы чемпионатында еңеү яулай һәм Сочи ҡалаһында “Бокс буйынса еңеү кубогы”ында ҡатнаша.
Бынан тыш, Илнар спорт берләшмәһе тормошонда әүҙем ҡатнаша, 2019 йылдан ул бокс буйынса II категориялы судья булып тора.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.