Йылдың тап ошо миҙгелендә ҡарҙың иреп, боҙбармаҡҡа әйләнеүе арҡаһында тиҫтәләгән кеше төрлө йәрәхәттәр ала, үлем осраҡтары ла булып ҡуя.
Шуға күрә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр, уларҙың хужалары, ойошма һәм учреждение етәкселәре, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар бина, йорттарҙың ҡыйыҡтарын ҡарҙан, боҙҙан, боҙбармаҡтарҙан ваҡытында таҙартылыуын хәстәрләргә тейеш.
Әгәр ҡар, боҙ йәиһә ҙур күләмдә боҙбармаҡ үтеп барыусыға килеп төш-һә, Граждандар кодексы һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында законға ярашлы, зыян күреүсе төҙөлөш хужаһы йәиһә ойошма етәксеһенән һаулығына килтергән зыянды ҡаплатыу хоҡуғына эйә. Ул дауалауға, реабилитациялауға, эшкә яраҡһыҙ булыу сәбәпле юғалтылған эш хаҡын ҡаплауға, шулай уҡ әхлаҡи зыянды компенсациялауға сығымдарҙы үҙ эсенә ала.
Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 238-се статьяһы (граждандарҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү) буйынса идара итеүсе компания йәиһә коммерция ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә ҡарата бина ҡыйығын ваҡытында таҙартмаған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал.
Хәүефле хәлгә юлыҡмаҫ өсөн ҡыйығынан ҡар төшөү ихтимал биналарға яҡын килмәҫкә, балаларға бындай урындарҙа йөрөргә рөхсәт итмәҫкә, балаларҙы хәүеф тураһында иҫкәртергә кәрәк. Хәүефле ҡыйыҡ аҫтында уйнау күңелһеҙ тамамланыуы бар. Хәүефле урында иҫкәртеүсе аншлаг (табличка), ҡойма булғанда, уны аша үтергә тырышмағыҙ, башҡа юл менән хәүефле урынды ситләп үтергә кәрәк; әгәр тротуарҙа элек төшкән ҡар йәиһә боҙ киҫәктәре күренһә, был ошо урындың хәүефлелеген күрһәтә; әгәр тротуар буйлап хәрәкәт иткәндә юғарыла шикле тауыштар ишетһәгеҙ, туҡтап, башығыҙҙы күтәреп ҡарап тормағыҙ. Бинанан ҡасырға ла ярамай, тиҙерәк стенаға һыйынырға кәрәк, ҡыйыҡ япма булып тора; ҡыйыҡтан боҙ йәиһә ҡар төшөп берәй кеше зыян күрһә, ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк.
Биналар янында торғанда иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
Ләйсән АБЗАНОВА.