Мәсетле тормошо
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Акция
20 Февраль 2023, 12:40

Автоуҙыш

24 февралдә “Ышаныслы тыл” хәрби туғанлығы район Мәҙәниәт һарайы ҡатнашлығында Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы хуплау йөҙөнән автоуҙыш ойоштора.

Автоуҙыш
Автоуҙыш

Йыйылыу урыны – Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙаны: автомобилдәрҙе сәхнә алдында “Z” формаһында теҙеү.
Автоколоннаның хәрәкәт маршруты: үҙәк майҙан – Ленин урамы – “Тыныслыҡ” магазинына тиклем – Тракт урамы – Сәнәғәт урамы – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан сығыу – Әй йылғаһы аша күпер – Салйоғот ауылы – Кропачево – Мәсәғүт – Әчит автотрассаһы – “Зәм-Зәм” юл буйы кафеһы – Курорт урамы – Тракт урамы – Сәнәғәт урамы – Салауат Юлаев урамы – Революция урамы – Ленин урамы – үҙәк майҙан.
Автоуҙыш тамамланғас, үҙешмәкәр артистарҙың сығышы, ялан кухняһы ойошторола.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Автор: