Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2023, 14:14

Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон студент билеты барлыҡҡа киләсәк

Студенттар өсөн яңылыҡ! Белем алыуҙы раҫлаусы документтар Дәүләт хеҙмәттәрендә барлыҡҡа киләсәк.

Был бик күп яңы мөмкинлектәр аса. Өлгәште онлайн күҙәтеп барырға һәм студенттар өсөн ташламалар ҡаралған урындарҙа ҡағыҙ документ күрһәтмәйенсә улар менән файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, юл йөрөү билетын юллау, поезға йәки электричкаға билет һатып алыу, концерт, музей һәм башҡа мәҙәни саралар ҡарау, университет биләмәһенә инеү. Уларҙың исемлеге Дәүләт хеҙмәттәрендә яңыртылып торасаҡ.

Электрон төрҙәге студент билеты менән ҡулланыу еңел — уны телефон экранында күрһәтергә мөмкин.

Бындай билетты 2024 йылда уҡ ҡулланыуға сығарыу күҙаллана.

Сервис «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт — Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы битендә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан