Бөтә яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 14:33

Бала тыуғандан һуң берҙәм пособиеға ҡасан ғариза бирергә

Бала тыуғас, әсә кешенең мәшәҡәттәре арта, хатта тәүге аҙналарҙа берҙәм пособиеға ғариза биреү өсөн бөтөнләй ваҡыты булмауы ихтимал.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, бала тыуғандан һуң ярты йыл эсендә түләүҙәр һорап мөрәжәғәт итһәгеҙ, уҙған айҙар өсөн дә аҡса иҫәпләнәсәк. Һуңыраҡ та мөрәжәғәт итергә мөмкин, әммә ул саҡта түләү мөрәжәғәт иткән көндән билдәләнәсәк.

Ҡайһы бер әсәйҙәр иртә срокта (йөклөлөктөң 12 аҙнаһына тиклем) иҫәпкә торған һәм мохтажлыҡты комплекслы баһалау критерийҙарын үткән осраҡта йөклөлөк буйынса берҙәм пособие ла ала. Был саҡта балаға берҙәм пособие әсәйҙең ғаризаһы буйынса бала тыуғандан һуң бер ай үткәс түләнә.

Иң уңайлыһы — берҙәм пособиеға ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша биреү. Шулай уҡ Социаль фондта йәки Күп функциялы үҙәктә лә бирергә мөмкин.

Башҡортостанда берҙәм пособие тәғәйенләү ҡағиҙәләре чат-ботта тупланған: https://vk.cc/cpJGxT

Берҙәм пособие тураһында иң йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар — ошо яҙмала.

Берҙәм бәйләнеш үҙәгенең 8 (800) 1-00000-1 телефоны аша йәки, Социаль фондтың клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин, адрестар түбәндә күрһәтелгән: https://vk.cc/cseEuV

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан