Бөтә яңылыҡтар
15 Ноябрь , 09:39

Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн «Ярҙам поездары» Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә

Киләһе туҡталыш — 2023 йылдың 17 ноябрендә Стәрлетамаҡта.

Ярҙам акцияһын «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы йәшәү урыны буйынса тейешле социаль һәм юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткәрә. Шулай уҡ осрашыуҙа психологтан, нотариустан, банк хеҙмәткәренән һәм башҡа белгестәрҙән консультация алырға була. Алдан яҙылыу талап ителмәй.

Осрашыу урыны — Октябрь проспекты, 35 (Ҡала мәҙәниәт һарайы).

Ваҡыты — сәғәт 11:00-ҙән 14:00 сәғәткә тиклем.

Өҫтәмә һорауҙарҙы 8 (347) 268 01 02 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан