Ирле-ҡатынлы Нәсибуллиндар үҙҙәренең мөхәббәтен һәм тоғролоғон ваҡыт менән иҫбатланы. Бөгөн, 8 июлдә, улар бәхетле ғаилә тормошоноң юбилейын билдәләй.
Улар берҙән-бер улдары Вадимды үҫтереп, яҡшы белем бирә. Уның ике юғары белеме бар, әле Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Ҙур компанияла менеджер булып эшләй. Тормош иптәше Алһыу менән Әлфиә һәм Айгөл исемле ҡыҙҙар тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙы Әлфиә мәктәптән һуң Мәскәү радиотехника колледжына уҡырға ингән.
–Ейәнсәрҙәребеҙ тик “биш”кә генә уҡый, йәй һайын каникулға беҙгә киләләр. Олатайҙары һәр ейәнсәренә велосипед һатып алған. Ял көндәрендә тормош иптәшем менән урманға еләк, бәшмәк йыйырға барабыҙ, – ти Мәнзиә Нәсибуллина.
Рафиҡ Хәбиб улы Абдулла ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Пышма ҡалаһына монтажсы һөнәрен үҙләштерергә китә.
Мәнзиә Мирзан ҡыҙы Пермь өлкәһе Кашкино ауылында тыуа. Мәктәптән һуң уҡыуын Екатеринбург ҡалаһында аҙыҡ-түлек училищеһында дауам итә. Хеҙмәт юлы икмәк заводында башлана. Буласаҡ ире менән дөйөм ятаҡта апаһында ҡунаҡта саҡта таныша.
Танышҡандан һуң күп тә үтмәй егетте армияға алып китәләр. Өйгә ҡайтыу менән Рафиҡ Мәнзиәны ата-әсәһе менән таныштыра. Йәштәр туй үткәреп, Ключевой ауылында төпләнә.
Ул Әй совхозына водитель булып эшкә урынлаша. Шул уҡ ваҡытта Красноуфимск ҡалаһында механикка уҡый.
Һуңғараҡ йәштәр Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә. Рафиҡ Хәбиб улы “Башинформсвязь” бәйләнеш үҙәгенә урынлаша, унда ябай хеҙмәткәрҙән башлап район бүлеге начальнигына тиклем 37 йыл эшләй. Бөгөн – полиция хеҙмәтендә инженер.
Мәнзиә үҙенең бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеген тиерлек сауҙа менән бәйләй һәм ҡулланыу-сылар кооперацияһының “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Хәҙер хаҡлы ялда.
Мәнзиә менән Рафиҡтың өйөндә һәр ваҡыт гармония хөкөм һөрә. Матур өйҙәре һәр ваҡыт йәмле, йәнле. Баҡса һәм тәҙрә төптәре матур, сағыу сәскәләргә күмелгән. Ирле-ҡатынлы ғаилә бәхетенең уңыш нигеҙе тип бер-береһен ихтирам итеүҙе һәм түҙемлекте иҫәпләй.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын һаҡлаған, иңгә-иң терәп 45 йыл бергә йәшәгән, һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле ғүмер кисергән парҙар һәр ваҡыт хөрмәт һәм һоҡланыу уята.
Ләйсән АБЗАНОВА.