Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
13 Ноябрь 2020, 12:15

Ауыл аҡһаҡалы

Беҙҙең һәр беребеҙҙең үҙ тормошо, үҙ яҙмышы, әммә бөтәбеҙ бергә Тыуған илдең тарихын яҙабыҙ. Бөгөнгө мәҡәлә геройы Әнис Ниғәмәтйәнов – бала сағы ауыр һуғыш һәм унан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу, төҙөкләндереү йылдарында, йәшлеге тыуған ауылының яҡты киләсәге өсөн көрәштә уҙған ябай кеше.

Ошо көндәрҙә ул үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Әнис Хажи улы – Теләш ауылында хөрмәтле кеше. Өлкәндәргә лә, йәштәр өсөн дә ул кәңәшсе, ә ауыл биләмәһендә уҙған йәмәғәт эштәре уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ алдынғылар рәтендә.
Әнис Хажи улы Теләш ауылында 1940 йылдың 13 ноябрендә донъяға килә. Бала саҡ хәтирәләренән һуғыш ваҡытында һәм унан һуң да ауылдан ике километр алыҫлыҡта урынлаш-ҡан фермала йәшәүҙәре йыш иҫенә төшә.
– Бала саҡтан уҡ, фермала йәшәгәндә, эшләй башланым. Балалар иңенә мал көтөү, бесән әҙерләү, баҫыу утау кеүек эштәр төштө, – ти Әнис Хажи улы.
Ауылдағы тыуған йорттарына 1949 йылда ғына әйләнеп ҡайталар. Етенсе клас-ҡа тиклем Теләш мәктәбендә уҡый, унынсы класты Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә интернатта тороп тамамлай.
Йәше еткән егет Урал хәрби округына алына, сержант дәрәжәһендә отделение командиры булып хеҙмәт итә. Ватан алдында хәрби бурысын үтәгәндә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күр-һәтә. КПСС ағзаһы кандидаты итеп һайлана.
Армия хеҙмәтенән һуң комсомол төҙөлөш отряды составында Силәбе ҡалаһына тимер ҡоролмалар заводына эшкә ебәрелә. Йәштәштәре араһында хөрмәт яулай, комсомол комитеты ағзаһы итеп һайлана, дөйөм ятаҡта староста эше йөкмәтелә. Бер туған ҡустыһы хеҙмәткә алынғас, әсәһе яңғыҙ ҡала, шунлыҡтан ул тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була.
Кесе йәштән хеҙмәттә үҫкән егет ең һыҙғанып эшкә тотона: һөтсөлөк фермаһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша, почта бүлеге мөдире вазифаһында эшләй.
1964 йылда “Коммунист” колхозы комсомол секретары итеп тәғәйенләнә. Әнис Хажи улының әйтеүенсә, был – колхоздарҙың сәскә атҡан осоро. Ишәле һәм Тәкә ауылдарында комсомолдар тарафынан фермалар төҙөлә. Шул ваҡытта ул буласаҡ тормош иптәшен – ауылға йүнәлтмә буйынса башланғыс кластар уҡытыу-сыһы булып эшкә килгән Хафиза Әхәт ҡыҙын осрата. Йәштәр яҙмыштарын бәйләй һәм бына инде 55 йыл улар татыу ғүмер кисерәләр.
Әнис Хажи улы комсомол йүнәлтмәһе буйынса Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға китә. Агроном һөнәрен алып сыҡ-ҡас, колхозда экономист булып хеҙмәт юлын дауам итә.
1972 йылда Теләш, Ишәле, Тәкә, Ҡорғат, Тимербай, Юлай ауылдарын берләштергән Ростов ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә һәм шул вазифала 11 йыл эшләй. Ауылдарҙа социаль объекттар төҙөлә, бының өсөн ауыл халҡы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә тура килә, уларҙы йәмғиәткә файҙалы эшкә йәлеп итеүгә күп көс һала. Етәкселек ваҡытында һәр яҡлап ярҙам иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын – Дыуан-Мәсетле ауыл Советынан Ғәлимхан Абдрахмановты, Йоностан Мәүлит Шараевты, Оло Ыҡтамаҡтан Риза Сафинды ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.
1983 йылда Әнис Хажи улы Ростов ауыл ҡулланыу-сылар йәмғиәте директоры итеп күсерелә һәм 16 йыл ғүмерен кооперативты үҫтереү эшенә бағышлай. Шул йылдарҙа күп наградаларға лайыҡ була: “Совет ҡулланыусылар кооперацияһы алдынғыһы”, “Рәсәй ҡулла- ныусылар кооперацияһында намыҫлы хеҙмәте өсөн” почет грамотаһы. Уның исеме “Ҡулланыусылар кооперативы почет таҡтаһы”нда күп тапҡырҙар урын ала.
Хаҡлы ялға сыҡһа ла Әнис Хажи улы тынғы белмәй. Оҙаҡ йылдар ауыл старостаһы эшен алып бара, уның тырышлығы менән мәсет асыла, янғын һүндереү депоһы төҙөлә.
Бөгөн ул – ауылда хөрмәтле аҡһаҡал һәм барлыҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы. Ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй һәр саҡ ауыл тормошо өсөн янып йәшәй, уны төҙөкләндереү эштәренә шәхси тракторын да бирергә әҙер. Ауыл зыяратын таҙа һәм тәртиптә тотоу өсөн йыл һайын өмәләр ойоштора.
Әнис Хажи улының өйөнән кеше өҙөлмәй, килгән ҡунаҡтарға Ниғәмәтйәновтарҙың ишеге һәр саҡ асыҡ, ул халыҡ өсөн таяныс һәм оло кәңәшсе. Ауылда күптән инде бер кемдәре ҡалмаған ауылдаштар ҙа уның янына үҙ кешеһендәй күреп ҡайталар.