Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
27 Май 2020, 20:00

Ярты быуат бергә

Туйҙарының алтын юбилейын билдәләүсе, оҙаҡ йылдар бер-береһе өсөн өмөт һәм терәк булған парҙарға ҡарап һәр саҡ һоҡланаһың.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе бик бәхетле пар Мөхәмәтйәновтар иртәгә алтын туй-ҙарын билдәләй.
Ғаилә башлығы Низаметдин Хәйретдин улы һәм уның ҡатыны Флүрә Мәғәмүр ҡыҙы Мәсетле районы Ҡаранай ауылында тыуып үҫкәндәр. Бик оҙаҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Низаметдин армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, өйләнешеп Оло Ыҡтамаҡ ауылына йәшәргә киләләр. Матур итеп йорт һалып керәләр.
Низаметдин Хәйретдин улы ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Иң олоһо була ул. Аталары юл фажиғәһендә үлеп киткәс, биш бер туғанын үҫтерешергә ярҙам итә.
Ул хаҡлы ялға киткәнсе оҙаҡ йылдар “Сельхозтехника”, шунан “Сельхозхимия” ойошмаларында ҙур-ҙур йөк машиналарында водитель булып эшләне. Ул йылдарҙа колхоз-совхоз яландарына тиреҫ, аҡ балсыҡ ташыу эштәре бик күп ине, уңыш йыйыу мәлдәрендә лә ҡуна ятып ал-ял белмәй эшләне. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Флүрә Мәғәмүр ҡыҙы Дыуан ауыл хужалығы техникумында алған зоотехник һөнәре буйынса малсылыҡтың төрлө тармаҡтарында яуаплы вазифаларҙа эшләне.
Мөхәмәтйәновтар өс балаға ғүмер биреп, уларға тейешле белем алырға, һәр ҡай-һыһына ғаилә ҡорорға ярҙам итте. Ҡыҙҙары Фәнгизә – педагог, Өфөлә йәшәй. Улдары Наил – ветврач, бына инде 22 йыл район ветстанцияһында эшләй. Улдары Фаил – Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында хирург, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының полиатлон буйынса спорт мастеры.
Низаметдин Хәйретдин улы менән Флүрә Мәғәмүр ҡыҙы өс ейән, өс ейәнсәргә, бер бүләгә бәхетле олатай һәм өләсәй. Мөхәмәтйәновтар тормоштан йәм табып, балалары иғтибарына ҡыуанып йәшәй. Үҙ йорттарының баҡсаһында улар еләк-емеш үҫтерә, бал ҡорттары үрсетә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай.
Был матур ғаилә парының ишектәре туғандары һәм яҡындары өсөн һәр саҡ асыҡ. Ярты быуат бергә ғүмер кисергән ир менән ҡатын үҙ-ара мөхәббәттәрен, ихтирамдарын, ышаныстарын һәм тоғролоҡтарын иҫбат иткән.