Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
24 Сентябрь 2019, 19:00

Ижад булараҡ тормош

Һеҙҙең иғтибарға тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Ғафаровтың лайыҡлы мәсетлеләрҙең береһенә арналған хатын тәҡдим итәбеҙ.

“Үҙемде мәҙәниәт ветераны итеп танымаһам да, хаҡлы ялға сыҡҡас миңә 10 йыл мәҙәниәт тармағында район музейын булдырыу буйынса эшмәкәрлек алып барыу бәхете тейҙе. Шундай мөмкинлек биреүенә мин райондың мәҙәниәт бүлеге башлығы Хәнифйән Мәүли улы Әхмәтйәновҡа рәхмәтлемен.

65 йәше тулыу айҡанлы район гәзите уҡыусыларына уның район мәҙәниәте, сәнғәтендәге эшмәкәрлегенә байҡау яһап, ижади уңыштарын барлап үтеү үҙен аҡлар һәм сәнғәттәге үҙгәрештәрҙә уның хеҙмәтен таныу урынлы, тип һанайым.

Әйтер һүҙемде сәнғәткә бәйле афоризмдан башлау отошло булыр. “Сән- ғәт кешелек цивилизацияһын ҡотҡарасаҡ” тигән ҡарашта ысынбарлыҡ ята. Эйе, тап шулай, сөнки сәнғәт кешелек донъяһында аҡрынлап кешенең ижади эшмәкәрлеге аша тамашасы күңелен яулаһа, кеше үҙе ижадсы булараҡ һәр саҡ хәрәкәттә булыуы менән сәнғәтте тыуҙырыусы ла икәнлеген аңлайбыҙ.

Һуңғы сирек быуатта Мәсетле ра-йоны мәҙәниәт өлкәһенә заман талабына яраҡлаштырыуға, халыҡ ижады түңәрәктәрен тергеҙеүгә ҙур өлөш индерҙе. Районда совет осоронан килгән хыял – тыуған яҡты өйрәнеү һәм ҡумыҙ (яҡташыбыҙ Роберт Заһретдиновтың бүләге) музейҙары асылды. Район ауылдары тарихы, яҡташтар, абруйлы шәхестәр исемдәрен мәңгеләштереү, райондың тарихи урындарын, обелискыларҙы яңыртыу һәм ҡуйыу, ырыу, аймаҡтарҙың шәжәрә байрамдары һәм башҡа күп саралар тыуҙы.

Ауыл мәҙәниәт йорттарында, район мәҙәниәт һарайында “халыҡ” исеменә лайыҡ бейеү, йыр, театр, фольклор коллективтары республикала танылды. Шулар араһында “Ҡабырсаҡ” фольклор ансамбле Мәскәүгә барыу хоҡуғы алды. Республика, Рәсәй кимәлендәге уңыштар, “лауреат”, “дипломант” исемдәрен яулау мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы аша өлгәшелде. Минең уйымса, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙанышы – район мәҙәниәт бүлеге башлығы Хәнифйән Мәүли улының ысын профессионаллеге, эш тәжрибәһе. Республиканың 54 районы мәҙәниәт бүлектәре башлыҡтары араһында иң оҙаҡ эшләгәне ул, әле хаҡлы ялға сыҡҡас та хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

Хәнифйән Мәүли улы ғүмеренең 45 йылын мәҙәниәткә арнаған, шуларҙың 30 йылдан ашыуы – мөдир һәм 7 йылы – район мәҙәниәт йорто директоры. Бындай яуаплы, сетерекле эш урынында үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан, егелеп эшләгәндәр генә сыҙай. Был йәһәттән уның тормош иптәше, “Ҡабырсаҡ” фольклор ансамбле етәксеһе булараҡ оло уңыштар ҡаҙанған Рәсимә Йыһангир ҡыҙы менән ошо эште бергә баш- ҡарыу, кәңәшләшеү ҙә ярҙам итәлер.

Ике шәхестең осрашып, берләшеүе – яҙмыш тарафынан алдан билдәләнгән булғандыр, күрәһең. Уларҙың миссияһы яуаплы – тирә-йүндә үҙ эштәренең оҫтаһы булыуҙы талап итә. Улар бөтә уңыштарына бер-береһен аңлау һәм үҙ-ара хөрмәт аша ирешкән.

Хәнифйән Мәүли улы – оҫта ойоштороусы. Ул ябай, кеселекле булыуы менән айырылып тора. Коллегаларын инандыра ла, уларға йоғонто яһай ҙа белә.

Уның хаҡында бик күп яҡшы һүҙҙәр әйтергә мөмкин, иң мөһиме – уның үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, эшенең һөҙөмтәһенә ирешеүе. Намыҫлы кеше булыуы.

Ул үҙе күрше Асҡын районы егете. Әммә бына бер нисә тиҫтә йыл инде беҙҙең районға, уның кешеләренә, мәҙәниәтенә тоғро ҡала. Ул етәкләгән район мәҙәниәте йолаларыбыҙҙы тергеҙҙе, Мәсетле ере ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр төйәге булып танылды, районыбыҙҙың һәләтле егеттәре һәм ҡыҙҙары “Байыҡ” телевизион конкурсы лауреаттары һәм еңеүселәре булып таныла.

Афарин, тип әйтәһе ҡала, ә юбилярға һаулыҡ-сәләмәтлек, яңы көс-дәрт, ижади илһам теләйем, алдағы тормошонда ла уны шундай уҡ уңыштар һәм ҡаҙаныштар көтәлер, тигән өмөттә ҡалам”.