Әсәйебеҙ Һалҡын Шишмә ауылында тыуған. Бала һәм үҫмер йылдары ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Атаһы һуғышҡа китә. Әсәһе ишле ғаиләне туй-ҙырыр өсөн көнө-төнө эшләй. Бер ваҡыт уны үгеҙ һөҙөп ныҡ имгәтә. Ана шунан инде ул мандый алмай.
Атаһы һуғыштан ҡайтҡас икенсе тапҡыр өйләнә. Балалары тағы ла ишәйгәс, өлкәндәрен Кесе Ыҡтамаҡтағы балалар йортона бирергә мәжбүр булалар. Ике йылдан әсәйебеҙҙе апаһы үҙенә Һөләймән ауылына алып ҡайта. Бында әсәйебеҙ үҙенең мөхәббәтен – атайыбыҙ Дамир Яҡуб улы Һәҙиуллинды осрата. Яңы ғаилә барлыҡҡа килә. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Бына 62 йыл инде ата-әсәйебеҙ иңде-иңгә терәп тормош һуҡмағынан бергә атлай. Улар беҙҙең өсөн генә түгел, ә ауылдаштары өсөн дә үрнәк булып тора.
Әсәйебеҙ колхозда эшләй, шунан 32 йыл кино селтәрендә кассир булып хеҙмәт итә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн байтаҡ наградалар менән бүләкләнгән.
Беҙҙең ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ! Һин беҙҙең тормошта иң мөһим һәм кәрәкле кеше, илһам сығанағы һәм төп кәңәшсебеҙ. Һин беҙгә донъяны иңләр өсөн ҡанаттар бир-ҙең. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ, һинең яратҡан һәм изге йөрәгең арыу-талыу, хәүеф-хәтәр белмәһен. Беҙгә яҡты донъя бүләк иткәнең, әсәлек һөйөүең өсөн бик ҙур рәхмәт. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ!
балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.