Нәдимә Сәрүәрова – Бор-ғатъя ауылының иң хөрмәтле инәйҙәренең береһе. Уға йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә кәңәш һорап килә. Тыштан ҡарап тороуға тыныс һәм баҫалҡы ҡатын ҙур ихтыяр көсөнә эйә. Уның баш эймәйенсә ғорур үткән тормош юлы шул хаҡта һөйләй.
Нәдимә инәйҙең ата-әсәһе Борғатъяға Татарстандан күсеп килгән. Беҙҙең район улар өсөн ғәзиз булып китә, сөнки бында уларҙың сабыйҙары донъяға килә, йәшлек йылдары үтә, хәләл көстәре шунда түгелә.
Нәдимә Зәғәфүрән ҡыҙының бала сағы – ул ауыр һуғыш йылдары. Ҡыҙ ни бары дүртенсе класҡа тиклем генә белем алыу мөмкинлегенә эйә була. Атаһы фронтҡа киткәс, апай булараҡ, ул күп ваҡытын һеңлеһе менән үткәрә, уны ҡарай. Ауылда балаларҙың аслыҡтан бер-бер артлы үлгәнен әле һаман хәтерләй. Ә ул көслөрәк булып сыға һәм иҫән ҡала.
Бер аҙ нығынғас, баҫыу һәм фермала эшләй башлай. Хужалыҡ тәүҙә “Яңы тормош” тип атала, һуңынан “Һалҡын шишмә” тип үҙгәртелә, унан һуң “Орджоникидзе” тип йөрөтөлә. Ауыр хеҙмәт ҡатынды һындырмай, сыныҡтыра ғына. Нәдимә Сәр-үәрова колхозда һарыҡ, сус-ҡа, йорт ҡоштары ҡарай, һыйыр һауа, баҫыуҙарҙа эшләй. Ул ваҡытта хужалыҡ ҙур була – киң-киң ҡырҙар, эре фермалар. Эш күп.
Яҙмышын ҡыҙ Борғатъя егете Собхан менән бәйләй. Иренең атаһы ла, әсәһе лә һуҡырая, килендәре уларҙы яҡшылап ҡарай. Ире хужалыҡта тракторсы һәм комбайнсы булып эшләй.
1983 йылда ире вафат була һәм Нәдимә инәй 49 йәшендә тол ҡала. Үҙ балаларын аяҡҡа баҫтырыуҙан тыш ул әсәйһеҙ тороп ҡалған туғанын ҡарауға ала. Нәдимә Зәғәфүрән ҡыҙы дүрт ҡыҙы һәм ике улында ғәҙеллек тойғоһо һәм уңғанлыҡ тәрбиәләргә тырыша. Әсә кешенең тырышлығы бушҡа китмәй: алты балаһы ла лайыҡлы, хөрмәтле кешеләр бөгөн. Ҡасандыр ошо балалар өсөн бар көсөн, һөйөүен һәм иғтибарын һалған өсөн ҡыуана ғына ул хәҙер.
Шул уҡ ваҡытта Нәдимә апай йәмәғәт тормошон ситләп үтмәй. Уның башҡаларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәте күренеп тора. Ундай кешеләр һәр ваҡыт хөрмәтле. Нәдимә Сәрүәрованы ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлайҙар һәм ул оҙаҡ йылдар был бурысты башҡара. Күптәргә эше менән дә, һүҙе менән дә ярҙам итә. Әле лә ауыл халҡы Нәдимә Зәғәфүрән ҡыҙының һүҙенә ҡолаҡ һала.
– Концерт ҡуйырға ла өлгөрҙөк, – тип һөйләй ул. – Мин йырларға һәм бейергә яраттым. Үҙешмәкәр театрҙа уйнаным. Спектаклдәр менән ауылдарға сыға торған инек.
Был хаҡта һөйләгәндә Нәдимә апайҙың күҙҙәрендә осҡон, йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килде. Йәшлек йылдары, үткәндәр уның күңелен бөгөн дә йылыта. Уның тирә-яғындағы таныштары ла бик яҡшы кешеләр һәм яҡшы кәйеф бүләк итәләр. Шулай ти ул үҙенә ярҙам итеп торған һәм иғтибарлы ауылдаштары, күршеләре хаҡында.
Ошо көндәрҙә Нәдимә Сәрүәрова матур юбилейын – 85 йәшен ҡаршылай. Ул паспортындағы һандарға әллә ни иғтибар бирмәһә лә, был Сәрүәровтар өсөн ысын байрам – бергәләп йыйылыу өсөн бер сәбәп.
Иң ғәзиз кешеләре – балалары, ейәндәре, бүләләре өсөн ата-әсә йортонда ярат-ҡан муйыл янында ҙур өҫтәл ҡуйылған да инде. Бына оҙаҡламай хәстәрлекле ҡулдар уға яңы ашъяулыҡ йәйәсәк, өҫтәлгә һый ҡуйыласаҡ һәм түрҙә иң ҡәҙерле кешеләре – яратҡан әсәй-өләсәйҙәре урын аласаҡ. Әсә өсөн иң ҙур бәхет – бар ғаиләнең бергә йыйылыуы.