Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
19 Июль 2019, 16:03

Һикәлтәле тормош юлдары

21 июлдә һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусы, хеҙмәт ветераны Ғәзим Мофазалов 85 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ул Абдулла ауылында тыуып үҫкән, әммә яҙмыш елдәре уны Октябрьск ауылына алып килә. Тик барыһы хаҡында тәртип буйынса.

Мәктәптән һуң Ғәзим Мофазал улы Ямашта уҡый. 1955 йылда һом-ғол буйлы йәш егетте армияға алалар.

– Беҙҙе Украинаға ебәрҙеләр, унда Свалява ҡалаһында башҡа яугирҙар менән карантин үттек, – тип иҫенә төшөрә ул. – Мин танк ғәскәрҙәренә эләктем. Бер айҙан беҙҙе Венгрияға ебәрҙеләр. 1956 йылдың көҙөндә Венгр контрреволюция фетнәһе – совет режимына ҡаршы ҡораллы ихтилал башланды. Мин Будапештҡа индерелгән Совет армияһының 600 хәрби хеҙмәткәре иҫәбендә инем. Венгрияның баш ҡалаһында Аҡ йортто унда һөйләшеүҙәр барғансы уратып алып тороуыбыҙҙы яҡшы хәтерләйем.

1957 йылда демобилизациялан-ғас, Ғәзим Мофазалов тыуған яғына ҡайтып, колхозда хеҙмәт итә башлай. Абдулла ҡыҙы Фәнәзиәгә өйләнә, йәштәр 6 балаға ғүмер бирә.

Ул йылдарҙа Октябрьск ауылында нәҡ тәжрибә хужалығы формалашҡан саҡ була. Шул хаҡта ишетеп, 1964 йылда йәш тракторсы ғаиләһе менән яңы урынға йүнәлә.

– Хужалыҡта әүҙем төҙөлөш бара ине, – ти ул. – Беҙ, механизаторҙар, биналар һәм фермалар төҙөүгә ҙур өлөш индерҙек: таш, кирбес, төҙөлөш материалдары ташыныҡ. Күмер, ашламалар йәки цемент алып ҡайтыр өсөн бер нисә машинанан торған колонна составында Сулеяға байтаҡ йөрөнөм. Ул саҡта асфальттың әҫәре лә юҡ ине, юлдар – соҡор-саҡыр. Бер машина юлда ватылһа, барыбыҙ ҙа туҡтап ремонтлай торған инек. Дуҫты, коллеганы бәләлә ташлап китмәнек.

Район юлдары буйлап күп йөрөргә тура килә уға. Йыш ҡына кешеләр ҙә бортҡа ултырып уның менән район үҙәгенә йәиһә Сальевкаға йөрөгән.

Ғәзим Мофазаловтың көндәре һәм төндәре руль артында үтә, өйөнә тәүлектәр буйы ҡайтмай йөрөргә тура килә. Ләкин хужалыҡтың нисек киңәйеүен, йорттар һәм ҡоролмалар ҡалҡып сығыуын күреп, күңеле ҡәнәғәтлек кисерә.

Тракторсы булып эшләгәндән һуң ферма мөдире, шунан оҙаҡ йылдар келәт мөдире вазифаһында хеҙмәт итә. Ауыр була, ҡатыны менән өйҙәренә ҡайтмайынса тәүлектәр буйы эшләргә тура килә. 1983 йылда ул электрикка уҡып ала һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы тәжрибә хужалығында баш электрик булып эшләй.

– Эйе, тыуған ауылыбыҙға әйләнгән ер сәскә атһын өсөн күп көсөбөҙҙө һәм ваҡытыбыҙҙы бирҙек, – тип уртаҡлаша юбиляр. – Ә хәҙер нимә? Тәжрибә хужалығының бөтөүен, фермаларҙың емерелеүен күреп, йөрәктәр әрней. Бер нәмә һөйөндөрә – әкренләп йәштәр тыуған яҡтарына, ғаилә усағына ҡайта башланы. Кем белә, бәлки, ваҡыт үтеү менән буш ятҡан баҫыу-ҙарҙа йәнә арыш башаҡланыр, һәм кешеләр ерҙең төп байлыҡ икәнлеген аңлар.

Өлкән йәштәге тәрән аҡыллы кешенең был һүҙҙәрендә уның бар моң-зары һәм тыуған районына булған һөйөүе сағыла. Сөнки ул тыу-ған ере хаҡына хеҙмәт иткән. Шуға күрә “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60, 65, 70 йыллығы”, “В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалдары, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булған. 1968 йылда ул халыҡ хужалығындағы уңыштары өсөн Мәскәүгә ВДНХ-ға саҡырыла һәм алтын миҙал менән бүләкләнә.

Тыуған илгә һөйөүҙе ҡатыны менән балаларында ла тәрбиәләгәндәр, улар аталары менән ғорурланып уны 13 ейәненә һәм 10 бүләһенә үрнәк итеп ҡуя.