Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
18 Июнь 2019, 16:02

Юбилей көнөңдә беҙ һиңә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ

Бөгөн беҙҙең ғаиләлә ҙур байрам – Абдулла ауылынан һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ һәм ҡарт өләсәйебеҙ Зилара Разаҡ ҡыҙы Вәлиеваға 80 йәш тула.

Ул Оло Аҡа ауылында Нәсимә һәм Разаҡ Вәлиевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Әсәһе ғүмер буйына колхозда эшләгән, атаһы Һаҡлыҡ банкы начальнигы булған. Үкенескә күрә, ғаилә башлығы иртә донъя ҡуйған. Әсәһе биш баланы яңғыҙ тәрбиәләгән, уларға аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән.

Әсәйебеҙ урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1961-1963 йылдарҙа почтальон булып эшләгән. Матбуғатҡа яҙылыу кампаниялары ваҡытында пландарын хатта арттырып үтәгән.

Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген ул халыҡты сауҙа хеҙмәтләндереүенә арнай. Бөрө сауҙа училищеһын тамамлағас, хаҡлы ялға сыҡҡансы 25 йылдан ашыу “Әй” совхозы магазинында эшләне. Яуап- лылыҡ ифрат ҙур ине, ләкин беҙҙең әсәй үҙ бурыстарын намыҫлы үтәне. Бихисап маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары шул хаҡта һөйләй.

1964 йылда әсәйебеҙ атайыбыҙ Ганус Йәғәфәр улы Носратуллинға кейәүгә сыға. Атай-әсәйебеҙ 55 йыл бергә мөхәббәттә йәшәне һәм тормош ауырлыҡтарын тигеҙ бүлде. Өс улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бирҙеләр, белемле иттеләр. Радустың үҙ бизнесы бар, Рәфис – Абдулла ауыл Советы башлығы, Зимфира – Башҡорт гимназияһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Зөлфиә әсәйебеҙ юлынан китте – һатыусы.

Үкенескә күрә, әсәйебеҙ өлөшөнә төшкән һынауҙар һәм ҡайғылар аҙ түгел. Яҙмыштыр инде, улар улдары Фәнисте юғалтты: 34 кенә йәшендә ул фажиғәле рәүештә автоаварияла һәләк булды. Ҡаты ауырығандан һуң 77 йәшендә атайыбыҙ китеп барҙы. Әммә ул ҡайғы-хәсрәттәрҙе ҡаһармандарса күтәрҙе, ошондай олпат йәшкә етеп, оптимизм һәм кешеләргә ҡарата һөйөүен һаҡлап ҡала алды. Хәҙер ул 12 ейәнгә һәм бер бүләгә өләсәй.

Ҡәҙерле әнейебеҙ! Беҙ һине тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт бул! Уй-теләктәрең тиң, тыуыр таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын, көндәрең шатлыҡ менән үтһен. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Өлкән йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип йәшәй-һең, тик тормайһың. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, һаман шулай беҙгә терәк булып, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон ғүмер итергә, ғаилә шатлығы, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп, мул тормошта йәшәргә Хоҙай насип итһен!

Ихлас теләктәр менән балалары һәм ейәндәре.