Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
10 Июнь 2019, 13:03

Асыҡ күңелле юбиляр

14 июндә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Галина Петровна Михайлова 80 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгән уның бала һәм йәш үҫмер сағы.

Мәктәпте тамамлағандан һуң үҙәк статистика идаралығында хисапсы булып һәм партия райкомында эшләгән, ләкин бәләкәй саҡтан уҡ ул уҡытыусы булырға хыялланған.

Әсәй булғандан һуң, Өфө педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә һәм тыуған мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай.

Педагогик эшмәкәрлек йылдарында ул балаларҙы уҡырға һәм яҙырға ғына түгел, ә яуаплы, намыҫлы кешеләр булырға өйрәтә.

15 йылдан ашыу ул “Әсә һәм бала” балалар шифаханаһында уҡытыусы-тәрбиәсе булып эшләп, шунан хаҡлы ялға сыҡты.

Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн күп мәртәбә маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, “Хеҙмәт ветераны” исеме һәм бихисап рәхмәт хаттары бар.

Галина Петровна яратҡан һәм һөйөклө әсә, өләсәй һәм ҡарт өләсәй. Балалары һәм ейәндәре уның икмәк-тоҙло ҡунаҡсыл йортона йыш килеп йөрөй.

Үкенескә күрә, ҡайғылар уны урап үтмәй, уның иңдәре бер нисә тапҡыр ғаилә юғалтыуҙарын һәм бәхетһеҙлектәрҙе күтәрә, әммә тормош дауам итә һәм Галина Петровна ҡул эштәрендә, ҡортсолоҡта, һәр төрлө йәшелсәләр, еләк-емеш, сәскәләр үҫтереүҙә үҙенә йыуаныс таба.

Инде оло йәшкә еткәндә компью-терҙы үҙләштерә. Кистәрен донъялағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып, йыш ҡына уның экраны алдында ултыра.

Изгелеклелек, тәбиғилек, аралашыу-санлыҡ, кешеләр менән аралаша белеү, дуҫлыҡ мөнәсәбәте, оптимизм, һүҙе менән дә, эш менән дә ярҙам итеү теләге дуҫтарында, күршеләрендә, туғандарында ихлас ихтирам тойғоһо тыуҙыра. Галина Петровна эргәһендәгеләрҙең барыһына ла ихлас күңелен йомарт өләшә. Элекке уҡыусылары тәүге уҡытыу-сыларын йыш ҡына килеп күрә, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрә, сөнки улар ысын мәғәнәһендә иҫ киткес.

Беҙ, ошо һоҡланғыс кешенең дуҫтары, уға һөйөүебеҙҙе һәм ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, оло юбилейы менән ҡотлап, оптимизм, тормошто яратыуын һаҡлап ҡалыуын, һаулыҡ теләйбеҙ.

Галина Петровна, иптәшегеҙ Евгений Федорович менән бер-берегеҙҙе аңлап оҙаҡ, бәхетле йәшәгеҙ.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,

Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә,

Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен

Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә!
Людмила Йомағолова,

Ольга Топычканова, Наталья һәм Сергей Крючковтар.