Кескәй генә Баязит һуғыштан яраланып ҡайтҡан атаһының уң ҡулына әйләнә. Өлкән ул булғанлыҡтан атаһына ғаиләне туйҙырырға ярҙам итеү өсөн дүртенсе класты тамамлау менән колхозға эшкә сыға. Ат менән фермаға бесән ташый, һыйырҙар көтә. Бер юлы киске мәктәпкә йөрөй.
Механизаторҙар курсын тамамлағандан һуң 1959 йылда Совет Армияһы сафына алына һәм биш йыл Үзбәк-стан-Афғанстан сигендә хеҙмәт итә. Армияла сержанттар мәктәбен тамамлай, отделение командиры була. Тыуған иленә старшина званиеһында ҡайтып төшә.
Армиянан ҡайтҡас, Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Әйтеп үтергә кәрәк, Әхтәровтың уҡыу теләге һәр ваҡыт була. Ул күпте белгән бик белемле ир уҙаманы. “Мәсәғүт” совхозының дүртенсе бүлексәһендә ферма мөдире, зоотехник булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 18 йыл идара итеүсе вазифаһын башҡара. Баязит Йосопйән улы үҙ бурыстарына һәр ваҡыт яуаплы ҡарай. Ул идара итеүсе булып эшләгән йылдарҙа Оло Ҡыҙылбай ауылында клуб, балалар баҡсаһы төҙөлә, юлдар төҙөкләндерелә.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн наградаларға лайыҡ була. Ә 1998 йылда Баш-ҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов уға етенсе модель “Жигули” автомобиле асҡысы тапшыра.
Ғүмер буйы фельдшер булып эшләгән тоғро тормош юлдашы Розалия Мәүлихан ҡыҙы менән 53 йыл бәхетле матур тормош көтәләр. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, улар-ға белем алырға ярҙам иткәндәр. Бөгөн ҡыҙҙары үҙ тәғәйенләнештәрен табып, етеш йәшәйҙәр. Улдары Артур, атаһы юлынан китеп, эшмәкәрлеген ауыл хужалығы менән бәйләне. Ҡыҙҙары Лилиә әсәләренең һөнәрен һайланы, Әнисә уҡытыусы булып эшләй. Баязит Йосопйән улы – ете ейәне һәм ике бүләһе өсөн оло йөрәкле олатай һәм ҡарт олатай.