Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
7 Июнь 2019, 18:03

Икеләтә байрам

Игеҙәктәр әсә ҡарынында уҡ бер-береһенә шул тиклем ныҡ өйрәнә, хатта уларҙы ғүмер буйы күҙгә күренмәҫ ептәр бәйләп тора, тиҙәр.

Береһе үҙен насар тойһа, бөтөнләй алыҫта булған һыңары ла быны һиҙә икән. Һәм, әлбиттә, шатлыҡтарҙы ла улар тигеҙ бүлә. Бөгөн бер туған Ришат һәм Илшат Мөбәрәкшиндар тура-һында һүҙебеҙ. 8 июндә улар 55 йәшлек юбилейҙарын байрам итә.

Ҡарап тороуға ике бер туған бөтөнләй бер-береһенә оҡшамаған, әммә тормош юлында улар иңдәрен-иңгә терәп атлаған айырылмаҫ туғандар. Яңы Мөслим ауылында тыуып үҫкән егеттәр мәктәптә лә бергә белем алалар, Башҡорт дәүләт университетын “Юриспруденция” һөнәре буйынса тамамлайҙар, Ҡаҙағстанда инженер-ҙар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәләр. Бөгөн икеһе лә бер ойошмала – Баш-ҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Мәсетле районындағы филиалында эшләйҙәр. Икеһе лә тырыштар һәм намыҫлылар, үҙ бурыс- тарына ҙур яуаплылыҡ менән ҡа- райҙар. Һәр береһе өсөн ғаилә – тормошта иң мөһиме. Ғаиләләре үҙ-ара аңлашыуға, ышаныуға, бер-берең тураһында хәстәрлек күреүгә, бергәләп эшләүҙән шатлыҡ кисереүгә ҡорол-ған. Икеһенең дә ҡатындары һоҡланырлыҡ. Икешәр улдары һөнәри ҡаҙаныштары һәм, әлбиттә, ейәндәр менән ҡыуандыра.

Ришат менән Илшат – үҙ һөнәр- ҙәренең оҫталары. Уларҙың эшмәкәрлектәре йәмғиәттә законлылыҡ һәм ғәҙеллек тәьмин итеүгә, дәүләт органдары эшендә хоҡуҡи нормаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙың тотороҡло механизмын булдырыуға, граждандар-ҙың хоҡуҡи аңдарын күтәреүгә, йәмәғәтселек араһында юғары хоҡуҡи мәҙәниәт булдырыуға йүнәлтелгән. Эшләү осоронда улар күп тапҡырҙар рәхмәт хаттары, почет грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Беҙҙә, Һеҙҙең дуҫтарығыҙҙа, ниндәй генә хәлдә лә кешенең Һеҙҙең өсөн Кеше булып ҡалыуы хөрмәт уята. Был юбилей көнөндә беҙ, тәү сиратта, әсәйегеҙ Мәүлиха Хәбибулла ҡыҙы менән атайығыҙ Ғабдулхай Вәхит улын рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ. Нәҡ улар ҡатмарлы тормош юлдарында Һеҙгә ышаныслы һәм тоғро юлдашсы, еңел булмаған минуттарығыҙҙа Һеҙгә терәк һәм таяныс бул-ғандар бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн улар эргәгеҙҙә түгел.

Ҡәҙерле юбилярҙар, беҙҙең ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. 55 – ул абруйлы дата. Артта – бай тәжрибә: хаталар һәм еңеүҙәр, шатлыҡтар һәм борсолоуҙар, хыялдар һәм өмөтһөҙлөктәр. Алда – тағы ла бик күп бәхетле мәлдәр. Беҙ һеҙгә тик уңыштар һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ. Законға хеҙмәт итеү буйынса бөйөк эшегеҙҙә тоғролоҡ һәм маҡсат-ҡа ынтылыш, яңы һөнәри уңыштар теләйбеҙ. Тышта – ҡояш, күңелдәрҙә – яҡты, йөрәктәр ҡайнар булһын, ә өйөгөҙгә тик яҡшы хәбәрҙәр генә килһен. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләгеҙҙә тыныслыҡ теләйбеҙ. Бар хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Юҡҡа ғына был көндөң символы ике бишле түгел. Тимәк, барыһы ла икеләтә яҡшы буласаҡ. Уңыштар Һеҙгә һәм бәхет!

Дуҫтарығыҙ.