Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
7 Май 2019, 18:04

Тиңләр инек һеҙҙең тормош юлын алтындан ҡиммәт байлыҡҡа

Татыу ғаилә нигеҙе – ихласлыҡта, мөхәббәт, ышаныс һәм тоғролоҡта. Бер-береңде аңлап йәшәгән саҡта ғына алтын туйға етергә мөмкиндер ул. Эйе, ҡанаттар парлы булғанда ғына йәшәү үҙ матурлығы менән асыла.


Атай-әсәйебеҙ беҙҙе кешеләргә ҡарата иғтибарлы, итәғәтле, ярҙамсыл булырға, эште тиҙ һәм сифатлы башҡарырға, һәр саҡ яуаплылыҡ тойорға, хеҙмәт һөйөргә, туғандарҙың ҡәҙерен белергә, татыулыҡҡа ынтылырға, йыр-моң яратырға өйрәтте. Барыбыҙ ҙа уҡып, юғары белем алдыҡ. Һәр беребеҙ үҙ юлын табып, хәләл көс менән донъя ҡороп, балалар үҫтереп, татыу йәшәйбеҙ. Атай-әсәйебеҙ иһә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, иғтибарын тойоп Йонос ауылында ғүмер кисерәләр.

Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙ беҙгә бар яҡтан да йәшәү өлгөһө, йәшәү үрнәге булып тораһығыҙ. Бына инде ярты быуат дауамында бер йән, бер тән булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бүлешеп, ҡайғы-хәсрәттәрҙе уртаҡлашып татыу ғүмер кисерәһегеҙ. Алдағы көндәрегеҙҙә лә таҙалыҡта, һаулыҡта, пар ҡанаттар булып йәшәүегеҙҙе Хоҙай насип итһен ине.


Байрамығыҙ менән ҡотлап,

Атай-әсәй һеҙгә өндәшәбеҙ.

Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып,

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ.

Беҙҙе кеше итеү өсөн

Китте бөтөн көсөгөҙ.

Шуға ла һеҙ беҙҙең өсөн

Алтынға тиң кеше һеҙ.

Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән икән

Бергә-бергә ғүмер итергә.

Һикәлтәле тормош һуҡмаҡтарын

Етәкләшеп бергә үтергә!

Һеҙҙе яратып ҡыҙҙарығыҙ Айгөл, Алһыу, Гөлдәр, кейәүҙәрегеҙ Телман,

Айрат, Илшат, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Айһылыу, Алтынай, Айдилә, Шамил,

Камил һәм башҡа туғандарығыҙ.