Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
7 Май 2019, 14:37

Миңъямал Сафина 90 йәшлек юбилейын билдәләй

Ошо матур яҙғы көндәрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Миңъямал Сафина 90 йәшлек юбилейын билдәләй.


Миңъямал Сафинаның бала һәм йәш үҫмер сағы аяуһыҙ һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Аслыҡ-ялан-ғаслыҡҡа ҡарамаҫтан, балалар мәктәпкә йөрөп, белем алырға ынтыла. Кешеләр татыу йәшәй. Байрам көндәрендә ауылдың берҙән-бер урамынан флагтар, транспаранттар һәм йырҙар менән демонстрациялар үтә.

Кесе Ҡыҙылбай мәктәбенән һуң бишенсе һәм алтынсы класты Оло Ҡыҙылбайҙа, шунан 10-ды бөткәнсе Ләмәҙтамаҡта уҡый. 1949 йылда, урта белем тураһында аттестат алғас, әхирәттәре менән бергә Өфөгә барып юғары уҡыу йортона уҡырға инергә ҡарар итә.

Имтихандарын уңышлы тапшырып, ул Өфө педагогия институты студенты булып китә. Яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Ләкин уҡыуын дауам итә алмай, сөнки ата-әсәһенең ярҙам итергә хәле етмәй. Әммә уҡытыусы булыу хыялы шул килеш ҡала һәм ул тыуған яғына ҡайтып уҡыта башлай.

1950 йылда Миңъямал Ғәли ҡыҙы Оло Ҡыҙылбай егете Риза Хажитархан улына кейәүгә сыға. Ире лә уҡытыусы булып, уларҙы Мәләкәҫ ете йыллыҡ мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Мәктәптең йәш һәм татыу коллективы тураһында ул йылылыҡ менән иҫкә ала. Был ваҡытта Сафиндарҙың ҡыҙы Гөлсәсәк тыуа. Һуңыраҡ улар Оло Ҡыҙылбай ауылына күсеп киләләр, бында Миңъямал Ғәли ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

Улдары Рикза донъяға килә. Эше, ике бәләкәй балаһы бу-лыуға ҡарамаҫтан, йәш ҡатын барыһына ла өлгөрә: көндөҙ балалар уҡыта, кистәрен дәрестәргә әҙерләнә, балаларын тәрбиәләй, өйөн, мал-тыуарын һәм ҡош-ҡортон ҡарай. Төндәрен бәйләм тота, сигеү сигә.

Мәктәп эшенән тыш, йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә: башҡа кешеләр менән бер рәттән колхозға сәсеү һәм урып-йыйыу эштәрендә ярҙам итәләр, агитатор була, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнаша.

Бөтә башланғыстарында ла уға ире терәк һәм кәңәшсе була. Уның ярҙамы һәм кәңәше менән, балаларын һәм хужалы- ғын тотош иренә ҡалдырып, Миңъямал Ғәли ҡыҙы Мәсәғүт педагогия училищеһының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Ике йылдан, башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломы алып, ул эшен дауам итә.

– Эшемде яраттым. Шуға күрә лә миңә эшләүе еңел бул-ғандыр, ахыры, – ти әңгәмәсем.

Ул балаларҙы ҡыҙыҡһындырырға белгән, класта һәр ваҡыт тәртип, балалар дисциплиналы була. Үҙенең тәжрибәһен бик теләп коллегалары менән уртаҡлаша.

Шул ваҡыттарҙа өсөнсө балаһы – ҡыҙы Миләүшә тыуа.

1963 йылда Риза Хажитархан улын район үҙәгенә КПСС райкомы инструкторы итеп күсерәләр, шуға күрә ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә. Миңъямал Ғәли ҡыҙы балалар яслеһендә тәрбиәсе булып китә, һәм инде хаҡлы ялға киткәнсе Оло Ыҡтамаҡ район балалар баҡсаһында эшләй.

Эшләү дәүерендә ул сабый-ҙарҙың әллә нисә быуынын тәрбиәләй, уларҙы беренсе класҡа әҙерләй. Уларҙың күбеһе төрлө һөнәрҙә хөрмәтле кешеләр: табиптар, уҡытыусылар, хәрбиҙәр… Балалар менән эшләү уны илһамландыра, көс бирә. Улар менән еңел генә уртаҡ тел таба, балалар ҙа шәфҡәтле һәм һиҙгер уҡытыусыларын ярата.

Миңъямал Ғәли ҡыҙы коллегаларының һәм тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәһенең ихтирамы менән файҙалана. Уға бөгөн дә килеп йөрөйҙәр, шылтыраталар.

Ирешелгән уңыштары өсөн бер нисә тапҡыр район мәғариф бүлегенең һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз район комитеты маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Баш-ҡорт АССР-ының Мәғариф министрлығы һәм эшселәр профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты почет грамоталары, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50, 65, 70 йыллығы”, “В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” юбилей миҙалдарына лайыҡ булған.

Күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн СССР Юғары Советы Президиумы исеменән “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән наградланған.

Ире менән ныҡлы ғаилә ҡороп, һәр ваҡыт намыҫ ҡушҡанса йәшәгәндәр. Балаларын да намыҫлы кеше итеп тәрбиәләгәндәр. Улар ата-әсәһе юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған.

Ир менән ҡатын бер-береһен аңлап, мөхәббәттә 50 йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән. Үкенескә күрә, 2004 йылда Риза Хажитархан улы яҡты донъяны ҡалдырған.

Миңъямал Ғәли ҡыҙы – балаларына һәм ейәндәренә өлгө. Ул үҙен бәхетле кеше тип иҫәпләй, сөнки һәр ваҡыт яҡындарының иғтибарын һәм хәстәрен тойоп йәшәй.