Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
30 Апрель 2019, 12:04

Киң күңелле педагог

Уҡытыусы – халыҡ араһында иң популяр, иң хөрмәтле һөнәр-ҙәрҙең береһе.

Буласаҡ эшсене һәм ғалимды, яугир һәм космонавты, табип һәм төҙөүсене уҡытыусы үҫеү баҫҡыстары буйлап алып бара. Башҡа һөнәрҙәрҙән айырмалы, уҡытыусы профессияһы иртәгәһе көнгә эшләй. Флүрә Әхмәтйәнова оҙаҡ йылдар шифахана мәктәбендә дәрестәр алып барҙы, башлан- ғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне, изге-лекле һәм йылмайыусан, ул уҡыусыларының ҙур һөйөүе һәм ихтирамы менән файҙаланды. Шунан уны тәрбиәсе итеп күсерҙеләр, иң бәләкәстәрҙе тәрбиәләне. Ә был көн һайын һәр балаға ваҡытында ярҙамға килергә, уларҙы үҙ аллылыҡҡа, әсәйҙән башҡа торорға өйрәтергә, ә йыш ҡына әсәйҙе алмаштырырға ла кәрәк, тигән һүҙ. Эшенә күп көсөн һәм энергияһын биргән Флүрә Шәйхетдин ҡыҙы, еңел булмаған был өлкәлә 33 йыл эшләгән, хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр почет грамоталары менән билдәләнгән. Шулай ҙа, иң мөһиме – ул коллегалары, тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләрҙең таныуы һәм хөрмәт итеүелер, моғайын.

Беҙ, Мәсетле балалар шифаханаһы етәкселеге, профкомы, иҫтәлекле тыуған көнөндә Флүрә Шәйхетдин ҡыҙын 80 йәше менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!