Мәрйәм Хәниф ҡыҙы ғаиләһендә 8 бала араһында алтынсы булып донъяға килә. Атаһы оло йәштә булһа ла, 1943 йылда фронтҡа алына һәм 1946 йылда иҫән әйләнеп ҡайта. Кескәй Мәрйәм дә колхоз эшенә егелә.
Фәғил Вәкил улы хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан осорҙа Мөслим ауылында тормош гөрләп торҙо. Жданов колхозында йәштәрҙең күплеген күҙ алдына килтерһәгеҙ! Ул осорҙа ситкә сығырға паспорт бирмәйҙәр ине.
Фәғил менән Мәрйәм клубта киске уйында таныша һәм йәштәр, ғаилә ҡороу тураһында ҡарарға килеп, ата-әсәләренән ризалыҡ алалар. 1959 йылдың 23 апрелендә яңы ғаиләгә нигеҙ һалына.
Ошо мәлдән алып 60 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Улар өйләнешкән йылдарҙа ауылда төрлө үҙгәрештәр була, колхоз тормошо йәнләнә, эш хаҡын аҡсалата түләү индерелә. Ауылда йәштәр төпләнә башлай. Яңы ғаиләләргә йорт һалыу мөмкинлеге тыуа. Колхоз етәкселегенең йорт һалыусыларға матди ярҙамы, бигерәк тә техника менән ярҙамы мөһим ине.
Фәғил Вәкил улы хеҙмәтен колхозға бағышлай. Уның хеҙмәт кенәгәһендә өс кенә яҙыу: механизаторҙар курсы, склад мөдире һәм тракторсы. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙ эшенә яуаплылыҡ тойғоһо, сәмләнеп эшләү хас ине уға. Үҙ эшен шул тиклем бирелеп китеп башҡара, хатта складта ашлыҡ орлоғон ағыулағанда респиратор кейергә онотоп, дауаханаға эләгә, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Фәғил Вәкил улы һәр йыл социалистик ярышта еңеүселәр рәтендә була. Республика хөкүмәте уның хеҙмәтен юғары баһалай һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен бирә.
Тормош иптәше Мәрйәм 1957-1978 йылдарҙа ауылда почтальонка булып халыҡты хеҙмәтләндерә, 1986 йылға тиклем колхозда эшләй. Хаҡлы ялға мәктәптән йыйыштырыусы булып сыға.
– Беҙ совет заманында тыуҙыҡ һәм йәшәнек. Беҙгә тормошто яратырға өйрәттеләр, йәшәү теләге көслө ине. Мин ҡатыным Мәрйәмгә рәхмәтлемен. Ул өс малай бүләк итте. 60 йыл бергә бер-беребеҙҙе аңлап, тыңлап йәшәргә тырыштыҡ. Төп маҡсатыбыҙ – балаларҙы лайыҡлы итеп тәрбиәләү ине. Балалар тип йәшәнек. Хоҙайға шөкөр, Фаиҡ, Фәнзил һәм Илдар – өсөһө лә ғаилә ҡороп йәшәй. Улар тыуған төйәккә тоғро ҡалды. Фәнзил ауылда төпләнде, Фаиҡ менән Илдар район үҙәгендә урынлаштылар. Бар теләгем шул, донъялар имен булһын, киләсәк быуын беҙ күргән ауырлыҡтарҙы күрмәһен, – ти Фәғил Вәкил улы.
Атай йорто балаларҙың иң яратҡан ял итеү урыны булып ҡала. Һәр аҙна һайын тиерлек тыуған йортҡа йыйылыу, үҙе бер йолаға әүерелгән. Бында уларҙы һәр ваҡыт көтәләр, яраталар һәм аңлайҙар. Зариповтарҙың ҙур ғаиләһендә – алты ейән-ейәнсәр, ике бүлә.
Матур юбилейҙарына – гәүһәр туйҙарына Фәғил Вәкил улы менән Мәрйәм Хәниф ҡыҙына балалары бүләккә шифаханаға путевка бүләк итте”.