Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
16 Апрель 2019, 13:08

Һаулыҡты арттырыусы гүзәл төйәк

Юбилейҙы ҡаршылап Быйыл Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы асылыуға 75 йыл тула


Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан иҫ китмәле матур ҡарағай урманы Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсығышында тәбиғәттең хозур төйәге булып тора. Ошо хозур ерҙә районыбыҙ өсөн мөһим объект – балалар шифаханаһы урынлашҡан.

Шифахананың 75 йыллығы һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторолоуҙың 100 йыллығы уңайынан беҙ был һауыҡтырыу учреждениеһының баш табибы Альберт Әбхалимов менән әңгәмәләштек.

– Альберт Вәсил улы, шифахана һәм унда ял итеүселәр тураһында һөйләп китегеҙ әле.

– Шифахана 1944 йылда дөйөм һауыҡтырыу учреждение-һы булараҡ асыла, ә 1959 йылдан тын алыу юлдары сирҙәрен дауалау буйынса йүнәлеш ала.

2001 йылда бар уңайлыҡтары булған корпус файҙаланыуға тапшырылыу менән шифахана икенсе һулыш ала. Өлкән йәштәге балаларҙы ғына түгел, ә дүрт йәшенән башлап кес- кәйҙәрҙе ата-әсәләре менән дауалау мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Бөгөн 200 урынлыҡ шифаханала 7-14 йәшлек балалар дауалана, 4-10 йәшлектәргә ата-әсәләре менән ял итеү һәм дауаланыу мөмкинлеге бар. Йыл һайын бында 3500 бала сәләмәтлеген нығыта. Ял итеүселәр-ҙең 75 проценты бюджет путевкалары менән килә.

Ата-әсәләре менән балалар үҙебеҙҙең республиканан ғына түгел, күрше Силәбе, Свердловск, Һамар, Ырымбур өлкәләренән, Себерҙән, Татарстандан, хатта Мәскәүҙән киләләр. Тимер юлдарынан һәм сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан ҡалаларҙан алыҫ саф һауалы тәбиғәт мөйөшөнә теләп киләләр улар. ЛОР-органдарҙың хроник сирҙәре, йыш респиратор сирҙәр менән ауырығандар, көсәйә барған һәм хроник бронхиттан яфаланғандар, респиратор аллергоздан, шул иҫәптән бронхиаль астманан йонсоғандар, специфик булмаған хроник үпкә сирҙәре, үпкә үҫешендә тыумыштан кәмселеге булғандар шифаханала сәләмәтлектәрен нығыта. Дауаланыу оҙайлығы 21 көн тәшкил итә.

– Ял итеүселәр өсөн һауыҡтырыу процедураларынан тыш тағы ла ниндәй саралар ойошторола?

– Шифаханала балаларҙың ялы бик яҡшы ойошторолған. Балалар китапханала, уйын бүлмәһендә, спорт залында, түңәрәктәр өсөн кабинеттарҙа, сенсор бүлмәһендә, спорт майҙансығында теләп шөғөлләнә. Ял итеүселәргә шифахананың музейы ла бик оҡшай.

– Шифаханала бөгөн нисә кеше эшләй?

– Коллективта 167 хеҙмәткәр бар. Дүрт табип – юғары категориялы, етәүһе – юғары профессиональ табип, 51 шәфҡәт туташы эшләй. Арабыҙҙа Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Зильфира Заһитова бар.

Ҙур коллективтың фиҙаҡәр хеҙмәте менән шифахана йыл һайын юғары наградаларға ирешә. Мәҫәлән, 2017 йылда шифахана “Иң яҡшы балалар шифаханаһы” көмөш миҙалы һәм дипломы менән, “Шифахана-2017” Бөтә Рәсәй форумында “Иң яҡшы физиотерапия технологиялары” алтын миҙалы һәм дипломы менән бүләкләнде. 2018 йылда “Иң яҡшы балалар шифаханаһы” көмөш миҙалы һәм дипломына, “Шифахана-2018” Бөтә Рәсәй форумының көмөш миҙалына һәм дипломына эйә булды. Быйыл шифахана ауыл ерендә урынлаш-ҡан ойошмалар араһында “Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү” III республика тармаҡ конкурсында дипломант булды.

Төп эшмәкәрлектән тыш шифахананың татыу коллективы райондың спорт, мәҙәни һәм социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша. Беҙ хеҙмәт коллективтарының “Таланттары менән бал-ҡый Мәсетле ере” район үҙешмәкәр сәнғәт фестивалендә I дәрәжә лауреат булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

– Шифахананың матди яҡтан йыһазландырылыуы йәһәтенән хәлдәр нисек?

– Шифахананың 24 дауалау кабинеты бар, уларҙа 34 дауалау процедураһы уҙғарыла. Шифаханала диагноз ҡуйыу һәм дауалау өсөн кәрәкле база булдырылған. Галотерапия, “Тау һауаһы” гипокситерапияһы, аэрофитотерапия, ингаляция, энә-рефлекс терапияһы, ванналар, душтар, ҡул менән һәм механик массаж яһау, дауалау физкультураһы, фитотерапия, аппарат ярҙамында физиотерапия, ләм менән дауалау һөҙөмтәле ҡулланыла.

Функциональ диагностика, клиник лаборатория, стоматология кабинеты эшләй. Айырым ҡаҙанлыҡ, туҡланыу блогы, кер йыуыу бүлмәһе бар.

– Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?

– Быйыл республика бюджетынан бүленгән 12 млн һумға таҙартыу ҡоролмаһы төҙөргә планлаштырабыҙ. Шулай уҡ спорт майҙансығын яңыртасаҡбыҙ, яңы медицина ҡорамалдары һәм аппараттары һатып аласаҡбыҙ.

Әлбиттә, ял итеүселәребеҙҙең сәләмәтлектәрен нығытыу һәм ялдарын онотолмаҫ итеү өсөн артабан да тырышып эшләйәсәкбеҙ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.