Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
5 Апрель 2019, 18:01

Бергә һәм мәңгегә

Цапаловтар 60 йыл татыу йәшәйҙәр

Татыу һәм ныҡлы ғаиләләр тураһында яҙырға, һөйләргә кәрәк. Сөнки тап улар тирә-йүндәгеләр, ә иң мөһиме, йәштәр өсөн үрнәк булып тора.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында Цапаловтарҙың татыу ғаилә пары – Зоя Никифоровна менән Борис Николаевич йәшәй. 8 апрелдә улар гәүһәр туйҙарын билдәләйәсәк! Ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер Цапалов- тарҙың өс ейәне бар. Ҡыҙҙары Тамара терапевт булып эшләй, һаулыҡ һаҡлау отличнигы тигән исемгә лайыҡ булған. Улдары Юрий – хирург.

Зоя Никифоровна бар ғүмерен педагогик хеҙмәткә бағышлаған. 1954 йылда ул БДПИ-ның физика-математика факультетына уҡырға инә. Юғары белем тураһында диплом алғас, ул ире менән бергә тыуған ауылына ҡайта һәм физика, математика фәндәрен уҡыта башлай. Унан тыш, Зоя Цапалова күп көсөн һәм ваҡытын йәмәғәт эшенә бирә: ауыл Советы депутаты, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының урындағы комитеты ағзаһы һәм район комитеты рәйесе була, физика уҡытыусыларының методик берләшмәһен етәкләй. Ул – хеҙмәт ветераны, социалистик ярыш еңеүсеһе, һөнәре буйынса иң яҡшыһы. Уның хеҙмәте мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты, БАССР Мәғариф министрлығының грамоталары менән билдәләнгән.

Борис Николаевич Башҡорт ауыл хужалығы институтында белем алған, ветеринария табибы һөнәрен үҙләштергәс, йәш белгесте тәүҙә ветеринария табибы-эпизоотологы, ә ике айҙан Мәсетле районы буйынса ветстанция начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1980 йылда Борис Цапаловты малдар сирҙәре менән көрәшеү бүлеге район станцияһы начальнигы итеп күсерәләр, ә инде 1983 йылда уны Мәсетле районы буйынса ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү инспекцияһы начальнигы вазифаһына тәҡдим итәләр. Ике йылдан ул Мәсетле район ветлабораторияһына етәкселек итә башлай. Уның лаборатория директоры булып эшләү йылдарында районда йәш һыйыр малдары, сусҡа һәм һарыҡ бәрәстәренең күп кенә сирҙәре бөтөрөлә. Ветеринария белгестәре һәм район халҡы араһында ул хаҡлы рәүештә абруй менән фай-ҙалана. Ул да – хеҙмәт ветераны.

– Беҙ бер-беребеҙҙе мәктәптән үк белә инек, мине Борис етенсе кластан уҡ оҡшатып йөрөгән, мин, әлбиттә, был хаҡта белмәй инем. Мәктәптән һуң мин институтҡа индем, ә ул хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә алынды. Борис миңә булған хистәрен армияла дүрт йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ғына белдерҙе, – тип иҫенә төшөрә Зоя Никифоровна.

Бәхетле ғаилә тормошоноң сере тураһында ярты быуаттан ашыу иңгә-иң терәп барыусы ир менән ҡатын бик ябай ғына итеп яуап бирҙе: “Бер-беребеҙҙе ихтирам иттек, юҡ-бар өсөн тауыш сығарманыҡ, бөтә мөһим мәсьәләләрҙе бергә хәл иттек, һис бер нигә ҡарамай, бер-беребеҙгә терәк булдыҡ, ярҙам иттек”.

Әлбиттә, 60 йыл бергә – ул бер томлыҡ ҡына тарих түгел. Һәр ғаиләләге кеүек, шатлыҡтар һәм ҡайғылар ҙа, ауырлыҡтар һәм уңыштар ҙа булған. Шулай ҙа бер-береһенә, яҡындарына булған һөйөү һәм ихтирам үҙгәрешһеҙ ҡалған. Бына шулай татыу һәм бергә Цапаловтар балаларын да үҫтергән, ейәндәрен дә аяҡҡа баҫтырған, район мәнфәғәтендә яҡшы хеҙмәт тә иткән.

Был ғаилә өсөн төп һүҙ – “бергә”. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла; ауырығанда ла, һаулыҡта ла; хеҙмәттә лә, ял иткәндә лә – бергә.