Ҡәҙерлебеҙ Балаҡатай районының Ҡәҙер ауылында ишле ғаиләлә өс ағаһына берҙән-бер һеңле, ата-әсәһенә ҡыуаныс булып донъяға килә. Әсәйебеҙҙең ата-әсәһе, оҙаҡ уйлап тормай, балалары менән бергә бәхет эҙләп Ырымбур өлкәһенә юлланалар. Яратҡан кешебеҙҙең бала һәм үҫмер саҡтары Ырымбур яҡтарында үтә.
Рәйсә Маис ҡыҙы Орск ҡалаһында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Сит яҡтарҙа үҫеп, белем, һөнәр алһа ла, әсәйебеҙҙе яҙмыш елдәре үҙенең тыуған яҡтарына алып ҡайтып, 1991 йылдың яҙында Мәсетле районының Иҫәнбай ауылы егете – атайыбыҙ Илһам Булат улы Фәтҡуллин менән осраштыра һәм улар сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.
Ҡәҙерлеләребеҙ беҙгә, өс балаға, ғүмер бүләк иттеләр. Оло улдары Илдар үҙ ғаиләһе менән донъя көтә. Уртансы ҡыҙҙары Рәлиә, Өфө тармаҡ технологияһы колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп белем алып, баш ҡалала эшләп йөрөй. Кескәй ҡыҙҙары Ленария 5-се класта 4-5 билдәләренә генә белем ала.
Тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Әсәйебеҙҙең иң ҡәҙерле бер туған өс ағаһы бер-бер артлы мәрхүм булдылар, урындары ожмахта булһын.
Рәйсә Маис ҡыҙы – асыҡ күңелле, ҡунаҡсыл, хәстәрлекле, иғтибарлы тормош иптәше, әсәй, ҡәйнә, өләсәй. Әсәйебеҙҙең йылмайыуын донъялағы бер байлыҡҡа ла алмаштырырлыҡ түгел. Ауыр саҡта ла, ҡыуанғанда ла әсәй кәрәк. Уның менән бөтә ауырлыҡтар ҙа еңел генә юҡҡа сыға. Бер ваҡытта ла буш ултырмай, ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Тәмле ризыҡтар бешереп, хуш еҫле сәйҙәр ҡойоп, тәм-томдар менән өҫтәл тултырып беҙҙе һәр ваҡыт көтөп тора ул. Моңло һандуғастай тауышы менән йырлап ебәрһә, бар донъя йәмләнгәндәй булып китә, әйтерһең дә уға ҡушылып бар донъя һайрай.
Әсәй! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта атайыбыҙ менән тигеҙ оҙон ғүмер кисерергә насип итһен Хоҙай!
Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Сабырһың да, оло йәнле лә һин,
беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
тормош йәмле тик һин булғанға!
тормош иптәшең Илһам, ҡыҙҙарың Рәлиә, Ленария, улың Илдар,
киленең Эльмира, ейәнең Данир.