Лена Сәлим ҡыҙы 1939 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында банк хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуған. 1945 йылда Әжекәй башланғыс мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара. Бер йылдан атаһы һуғыштан ҡайта. Ғаилә ҙур булыуына ҡарамаҫтан, улар бик татыу йәшәй. Балалар ата-әсәләренә бөтә өй эштәрендә лә ярҙам итә, эшһөйәр һәм баҫалҡы булалар.
1953 йылда, Әжекәй ете йыллыҡ мәктәбен тамамлап, Лена Сәлим ҡыҙы Оло Аҡа урта мәктәбенең 8-се класына уҡыр-ға инә. Артабан ике йыл колхозда эшләргә тура килә. Бала саҡтан уҡ, энеләрен һәм һеңлеһен тәрбиәләп, уларға ярҙам итеп, ул уҡытырға хыяллана. 1958 йылда Баш-ҡорт дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инеп, 1963 йылда уны тамамлап сыға. Ошо уҡ йылда Балаҡатай районының мәғариф бүлеге уны Ләмәҙтамаҡ мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрә. Хыялы тормошҡа аша!
1969 йылда, өс йыл инспектор булып эшләгәс, Лена Сәлим ҡыҙына Мәсетле районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр. Ләкин математикаға һәм балаларға булған һөйөүе көслөрәк булып сыға – Лена Сәлим ҡыҙы мәктәпкә ҡайта һәм Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә эшләй. Пенсияла булһа ла, ул мәктәптә эшләүен – яратҡан предметын уҡытыуын дауам итә.
Уҡыусыларын математика ҡағиҙәләренә генә түгел, ә тормош ҡанундарына дөрөҫ һәм еңел төшөнөргә өйрәтеп, күпме көсөн һәм энергияһын бирә уларға. Һөнәренә тоғролоғон уҡыусылары ла күрмәйенсә ҡалмай. Бөгөн ул сығарған уҡыу-сылар эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә уңышлы эшләй, әммә уларҙы бер нәмә – яратҡан уҡытыусыларына рәхмәт тойғоһо берләштерә. Күп кенә мәктәп тамамлаусылар өсөн был педагогтың дәрестәрендә алған белемдәре артабанғы юлдарын һайлауҙа ысын мәғәнәһендә йүнәлеш бирә.
Ул һәр ваҡыт коллегаларының, балаларҙың ихтирамы һәм таныуын тоя. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Лена Сәлим ҡыҙы – һоҡланғыс әсә, ҡатын һәм өләсәй. Ире Риза Рамазан улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапҡан. Ветеран уҡытыусының өс ейәнсәре һәм дүрт ейәне бар. Иң оло ейәнсәре Екатеринбург ҡалаһында Урал дәүләт иҡтисад университетын тамамлап, иң эре халыҡ-ара аудитор компанияларының береһендә эшләй.
Был иҫ киткес ҡатын эргәһендә рух күтәренкелеге һәм ғәйәт ҙур дәрт алаһың. Лена Сәлим ҡыҙының яҙмышы ябай ғына булмаған, ләкин бер кем дә, бер ҡасан да уны насар кәйефтә, тормошҡа үпкәләгәнен күрмәне. Киреһенсә, ул теләгән бер кешегә үҙенең күтәренке кәйефен, тормошҡа ыңғай ҡарашын йоҡтора ала.
Хәҙер Лена Сәлим ҡыҙы хаҡлы ялда. Һәр ваҡыт шат күңелле, дәртле, оптимизм менән тулы. Ауыр мәлдә ярҙам итергә әҙер, сөнки ул киң күңелле кеше!
Ихтирам менән Евгения Паначева,
1-се лицейҙың ветерандар советы рәйесе.