Бәләкәйҙән булған эшһөйәрлек, уҡыу теләге уға ауыр йылдарҙа Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен тамамлау мөмкинлеге бирә. Уҡыуын тамамлаған егет 3 йыл Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Төрөпкилде мәктәбендә уҡыта. Артабан уны район партия комитетына эшкә саҡыралар. Йәш, энергиялы коммунист Фәттәхов ситтән тороп партия мәктәбенә уҡырға инә. Партия һалдаты булараҡ, ул район үҙәгенән алыҫ Ҡорғат ауылына Чкалов исемендәге колхозға эшкә ебәрелә. Ул үҙен оҫта ойоштороусы итеп таныта, бигерәк тә йәш комсомолдар менән тығыҙ бәйләнештә тора.
Артабан район комитеты уны Фрунзе исемендәге колхозға ебәрә, унан һуң Яуыш ауылында эшләй. Үҙгәртеп ҡороу осоронда тыуған ауылы Ғүмәрҙә төпләнергә ҡарар итә, сөнки күсенеп йөрөүҙең балаларҙы тәрбиәләүҙә кире яҡтарын аңлай. Дыуан-Мәсетле мәктәбенә хәрби эш буйынса белгес булып ҡайта. Запастағы офицерҙы, юғары партия мәктәбен тамамлаған хеҙмәткәрҙе мәктәп коллективы йылы ҡаршылай. 1989 йылда Фәрит Кин-йәбай улын мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр һәм ул был яуаплы йөктө 8 йыл алып барҙы. Ошо дәүер эсендә мәктәптең матди базаһы нығынды, бинаға капиталь ремонт эшләнде: спорт залы, ашхана түбәләре яңыртылды, тракторсылар уҡытыу өсөн колхоз ярҙамы менән кабинеттар, гараж төҙөлдө. Мәктәпте йылытыу селтәре ремонтланды һәм кабинет системаһына күсеү өсөн синыф бүлмәләре йыһазландырылды. Шулай итеп, тәжрибәле партия һалдаты үҙе белем алған мәктәптә уҡыу шарттарын үҙгәртеүҙә күп көс сарыф итте.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Фәрит Кин-йәбай улы йәмәғәт эшендә иң актив пенсионерҙарҙың береһе булып ҡалды. Уны ауыл халҡы ауыл Советына депутат итеп һайланы. Уның ҡатнашлығында үҙ ауылында мәктәп, фельдшер пункты өсөн бина, Әй йылғаһы аша күпер һалыу ыңғай хәл ителде, “Шәжәрә” байрамы үткәрелде.
Бөгөн ҡатыны Фрося Әхмәт ҡыҙы менән ҙур булмаған хужалыҡ алып баралар, балалары һәм ейәндәре йыш ҡайтып йөрөй.