Мәрйәм Харис ҡыҙы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Атаһы уның тегенсе була.
Ҡыҙға 12 генә йәш сағында Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тәүҙә атаһын фронтҡа оҙаталар, һуңынан ике ағаһы бөтөнләй малай ғына килеш һуғышҡа китәләр. Мәрйәм ҡус-тыһы һәм әсәһе менән генә тороп ҡала.
– Ауыр көндәр башланды, – тип хәтерләй юбиляр. – Етенсе класты тамамлап та өлгөрмәй, башҡа балалар менән баҫыуҙа ҡунып ҡалып эшләргә китә торғайныҡ. Тырматтыҡ, сәстек, урҙыҡ. Ҡоро ерҙә ятып йоҡлай торғайныҡ, ашау ҙа бик самалы ине. Өҫ кейеме һәм аяҡҡа кейергә юҡ. Күптәребеҙ ялан аяҡ йөрөнө.
Ошондай ауыр мәлгә тура килә Мәрйәм Сабирйәнованың бала сағы. Бәхеттәренә күрә, атаһы менән ағалары һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайталар. 1948 йылда йәш ҡыҙ Әшрәф Маннаф улы менән яҙмышын бәйләй. Ярты йылдан ирен армияға алалар. Өйҙә ата-әсәһе менән сабый көткән ҡатыны тороп ҡала. Бары биш йылдан ғына ҡайта ул өйөнә.
Йәштәр тыуған ауылдарында өй һалып сығалар, дүрт бала – өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Ир менән ҡатын колхозда эшләй. Ғаилә башлығы инженер-механик булып эшләй, Мәрйәм Харис ҡыҙы төрлө участкаларҙа хеҙмәт итә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50, 60, 65, 70 йыллығы уңайынан һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Ошо ғүмер эсендә уға яҡындарын юғалтырға ла тура килә. 38 генә йәшендә ире һалҡын тейҙереп үлеп китә. Яңғыҙы дүрт бала менән тороп ҡалған Мәрйәм апай бирешмәй, ә киреһенсә, тағы ла ныҡышмалыраҡҡа әйләнә.
– Ул ваҡытта минең берҙән-бер теләгем – балаларымдың именлеге ине, – тип һөйләй ул. Шуғалыр ҙа инде ул артабан тормошон кем менәндер бәйләргә уйламай – үҙен тулыһынса балаларына бағышлай.
Яҙмыш һынауҙары ошоноң менән генә тамамланмай. Аяуһыҙ яҙмыш әсәнең өс улын да тартып ала. Ғәзиздәре тураһында һөйләгәндә әсәнең күҙҙәренә йәш тулды. Был ҡатындың сабырлығына һәм ныҡлығына һоҡланырға ғына ҡала. Ошондай ҙур ҡайғылар кисергәндән һуң уның күңелендә тормош- ҡа һөйөү һәм йәшәү теләге һүрелмәй.
Оло булыуына ҡарамаҫтан, Мәрйәм апай яңғыҙы йәшәй, һәр көн урамға сығып йөрөргә тырыша. Өйөндә таҙалыҡ һәм бөхтәлек. Һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған күршеләренә рәхмәтле ул.
Мәрйәм Харис ҡыҙы һәр көндән йәм табырға ынтылып, ҡыҙы, ейәндәре һәм бүләләре тураһында ғорурланып һөйләй. Йылдар тураһында уйламаҫҡа тырыша, ә ошо оло юбилейын туғандары һәм яҡындары менән осрашыу өсөн яҡшы һылтау итеп кенә күрә.