Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
14 Март 2019, 14:06

Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!

Бөгөн Әжекәй ауылында йәшәүсе иң ҡәҙерле кешебеҙ – әсәй-өләсәйебеҙ Дамира Фазлыеваға 80 йәш тула.

Уның өлөшөнә бик иртә ҙур һынау-ҙар тура килә: аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күрә. Әммә ауырлыҡтар уның күңелен ҡатырмай, ә сыныҡтыра ғына. Ул тирә-яҡтағыларға сикһеҙ һөйөү, энергия һәм рух күтәренкелеген һаҡлап ҡалған.

Ҡәҙерле әсәйебеҙ Түбәнге Аҡа ауылында Мәймүнә һәм Мәүләүи Вәлиевтарҙың ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Уның атаһы Беренсе донъя, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. Әсәйебеҙгә етенсе класты тамамлау менән колхоз-ға эшкә төшөргә тура килә: тәүҙә быҙау-ҙар көтә, һуңынан һауынсы була.

1972 йылдан башлап мәктәптә – йыйыштырыусы. Эше еңелдән булмай уның. Ул ваҡыттарҙа бинаны таҙартып йыйыштырыуҙан тыш, үҙҙәренә утын әҙерләргә лә тура килә. Балаларҙың килеүенә мәктәп йылынһын өсөн, көн һайын иртә тороп, 13 мейескә яғырға кәрәк була. 22 йыл мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыға беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Уның дөйөм хеҙмәт стажы – 41 йыл.

Колхоздың алдынғы механизаторы исеме алған тормош иптәше, атайыбыҙ Насир Вәсил улы менән беҙҙе, өс балаларын, үҫтереп, яҡшы тәрбиә бирҙеләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, атайыбыҙ ике йыл элек ҡаты сирҙән арабыҙҙан китте. Хәҙер әсәйебеҙҙең һигеҙ ейәне һәм дүрт бүләһе ҡыуандырып тора.

Ҡәҙерле һәм һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек, күңел тыныслығы, балаларының изгелек-мәрхәмәтенә ҡойоноп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, артабан да бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.

Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Яҡындарыңа өләшкән йөрәк йылың, иғтибарың үҙеңә лә изгелектәр булып ҡайт-һын. Аллаһы Тәғәлә ғүмереңә – бәрәкәт, ҡот-ырыҫ, шәфҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бирһен, рәхим-шәф-ҡәтенән айырмаһын.

Ағын һыуҙар кеүек ғүмер үтә,

Үтһен әйҙә ул гел шатлыҡта.

Йәшәү йәме донъя именлеге

Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!

Хәстәрлегең һәм ярҙамың, һөйөү һәм наҙҙарың өсөн рәхмәт һиңә, әсәй һәм өләсәй! Беҙ һине бик яратабыҙ.


Иң изге теләктәр менән

улы Булат, килене Гөлназ, ейәнсәрҙәре Альбина менән Гүзәл.