Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
12 Март 2019, 17:06

Дуҫыбыҙҙың юбилейы

Бөгөн беҙ тоғро дуҫыбыҙ, ауылдашыбыҙ һәм ғәжәйеп кеше – Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Рифат Йәмил улы Ғибәҙуллинды ҡотларға теләйбеҙ.

ибәҙуллинды ҡотларға теләйбеҙ.

Рифат Йәмил улы Оло Аҡа ауылында туғыҙ бала тәрбиәләнгән ҙур ғаиләлә тыуған. Уның атаһы тракторсы, әсәһе тәрбиәсе булған. Ғаиләлә Рифат хәстәрлекле ағай, эшсән ул була.

Хеҙмәт юлын комбайнсы ярҙамсыһы булып башлай. Шунан Федоровка мәҙәниәт бүлегендә киномеханик булып эшләп, бер үк ваҡытта механизация училищеһын тамамлай. Водитель, РСУ сауҙа министрлығында электрик, артабан бригадир булып хеҙмәт итә.

1968 йылда Ташкент дәүләт университетына уҡырға инә һәм, уны тамамлап, “тарихсы, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы” һөнәрен ала.

Шунан ул Мәсетле районына ҡайта. Бында уны Мәсетле коммуналь предприятиелар директоры итеп ҡуялар, күп тә үтмәй Мәсетле май заводы директоры итеп күсерәләр. 1987 йылдан кирбес заводы директоры урынбаҫары, унан инде директор ҙа булып эшләй. Һуңыраҡ “Исток” фирмаһының баш механигы һәм директоры, Мәсетле төҙөлөш материалдары комбинаты директоры, алты йыл “Сосновый бор” шифаханаһында товаровед булып хеҙмәт итә. Ул 53 йыл дөйөм эш стажына эйә.

2005 йылдан Рифат Йәмил улы – хаҡлы ялда.

Был иҫ киткес тыныс, баҫалҡы кеше үҙенең ҡул аҫтындағыларын да, тирә-йүнендәге ауылдаштарын да ихтирам итеп, ғүмере буйына профессиональ үҫеште. Эшһөйәрлеге һәм һәр хәлдән сыға белеүе – бына уның ыңғай сифаты. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, уның һәр ваҡыт үрләүе осраҡлы түгел. Уға гел иң ауыр, ташландыҡ, артта ҡалыусы участкалар, ойошмалар эләкте, ә ул уларҙы күтәрҙе, коллектив эшен яйға һалды һәм алға барҙы.

Рифат Йәмил улының тотош ғүмере – башҡалар өсөн өлгө. Тик эшһөйәрлек, кешелеклелек, намыҫлылыҡ һәм кешеләр ихтирамы ғына юғары маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә. Ә уның тормош маҡсаты эш кенә түгел, ә ғаилә лә.

Ҡатыны Венера Йыһангир ҡыҙы менән улар биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе һәм бөтә балаларына ла юғары белем алырға ярҙам итте. Бөгөн уларҙың 10 ейәне бар. Оло Ыҡтамаҡ ауылында өй һалған, хужалыҡ алып бара, бал ҡорто үрсетә. Уны күршеләре, яҡындары һәм ауылдаштары ихтирам итә, ул һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер һәм бер ҡасан да бәләлә ташлап ҡуймай торған яҡшы дуҫ.

Оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәне өсөн бер нисә тапҡыр премиялар, почет грамоталары менән наградланған һәм һөҙөмтә булараҡ, “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелгән, шул уңайҙан беҙ уны ҡотлайбыҙ.

Бөгөн уның юбилейы! Рифат Йәмил улын ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, шәп кәйеф, оҙон ғүмер, уңыштар һәм барлыҡ тормош рәхәтлектәре теләйбеҙ!

Ихтирам менән

Яр Саллы ҡалаһынан

Хәбибрахмановтар ғаиләһе.