Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
11 Март 2019, 18:05

Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә

Хәлиловтар ғаиләһенә быйыл – 65 йыл



Йәштәр 1954 йылдың 8 мартында яҙмыштарын бәйләй.

– Миңә ул саҡта 18 йәш ине, – ти Мәрйәм Таһир ҡыҙы. – Китаптарҙа яҙғанса романтик осрашыуҙар ҙа, дуҫлашып йөрөүҙәр ҙә булманы. Вәсил көҙ армиянан ҡайтты, ә яҙ ата-әсәйҙәребеҙ беҙҙе йәрәшеп тә ҡуйҙы.

“Һеҙ бер-берегеҙҙе шунда уҡ оҡшаттығыҙмы?” – тигән һорауға ир менән ҡатын көлдө:

– Әллә ул саҡта беҙ уны уйлаған тиһеңме? Беҙҙең өсөн өлкәндәр хәл итте, ә беҙ уларға ҡаршылашып торманыҡ.

Был ваҡытҡа икеһе лә колхозда эшләгән була. Ул саҡта “Мәсәғүт” совхозы була. Бер ни тиклем ваҡыттан хужалыҡтың бер өлөшө “Әй” совхозына айырыла. Мәрйәм Таһир ҡыҙы төрлө участкаларҙа: фермала, яландарҙа һәм келәттә эшләй, һуңыраҡ һауынсы булып хеҙмәт итә.

Вәсил Нәби улы бар ғүмерен эшкә бирә. Тыуған совхозында ул тракторсы була. Ир менән ҡатын әйтеүенсә, таныштары һәм ауылдаштары өлгөһөндә сиҙәмгә йәиһә Себергә сығып китеү теләктәре лә булып китә. Ләкин үҙ ваҡыттарында совхозды күтәргән ата-әсәләре бәхетте тыуған ерҙән ситтә эҙләмәҫкә кәңәш итә.

Хаҡ та булалар. Хәлиловтар бөгөн дә, ҡайҙа ғына эшләһәң дә, ныҡышмалы хеҙмәт итергә һәм төҙөргә кәрәк, икәнлегенә ныҡлы ышана.

Был ғаилә парының бар ғүмере эш менән бәйле. Эштән ҡараңғы төшкәс кенә ҡайталар, көн яҡтырмаҫ элек үк сығып китәләр. Шул уҡ ваҡытта үҙ хужалыҡтарын, йорттарын һәм баҡсаларын да ҡарап өлгөрөргә кәрәк була бит. Улар һәр ваҡыт һыйыр-һарыҡ аҫраған, ҙур баҡсаларында йәшелсә-еләк үҫтергән. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Вәсил Нәби улы бихисап: 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50, 60, 65, 70 йыллыҡтары хөрмәтенә, “Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән наградлана.

Мәрйәм Таһир ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ була.

Улар балаларына яҡшы тәрбиә һәм белем бирә алған. Яҙмыштың киҫкен боролоштарында ике балаларын юғалталар. Был ҡайғылар шаңдау булып ата-әсә йөрәген яңынан-яңынан өтөп ала. Бары тик бер-береһен ихтирам итеү һәм аңлау ғына ир менән ҡатынға ошо ҡайғыларға түҙергә ярҙам итә.

Тормош үҙ яйы менән бара. Хәлиловтарҙың ике ҡыҙы һәм бер улы улар өсөн терәк-таяныс һәм йыуаныс булып йәшәй.

Тимер туй – бөтөн ҙур ғаилә менән яҡындар һәм туғандар ҡоронда бергә йыйылыу өсөн бик яҡшы һылтау. Ҡай-ғыла ла, шатлыҡта ла 65 йыл бергә йәшәгән ата-әсә өсөн ошо бәхет түгелме ни?!