Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
7 Март 2019, 11:52

Тереклекте һаҡлауға бағышланған ғүмер

Таһир Ғәлләмов уңғанлыҡ һәм үҙ эшенә тоғролоҡ өлгөһө булып тора

Ветеринарҙар – һәр ерҙә кәрәкле кешеләр. Уларҙың һөнәрҙәре ҡатмарлы, тейешле белем, тәжрибә һәм шул уҡ ваҡытта физик көс талап итә. Бар ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған Таһир Ғәлләмов был сифаттарҙың барыһына ла эйә. Ошо көндәрҙә ул 70 йәшлек юбилейын билдәләне.

Таһир Мөхәмәтхай улы Мәләкәҫ ауылында тыуған. Баш-ҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлаған. Ҡулына диплом алған йәш белгесте Учалы районының “Урал” колхозына ветеринария табибы итеп эшкә ебәрәләр.

1979 йылда ул тыуған Мәсетле районына әйләнеп ҡайта һәм Оло Ыҡтамаҡ ветеринария лабораторияһына директор итеп тәғәйенләнә. Ветврач-бактериолог булып эшләү уға артабан малдарҙың йоғошло сирҙәрен ентекле өйрәнергә, ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйырға, ә иң мөһиме, сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса сараларҙы ойошторорға мөмкинлек бирә.

1985 йылда уны Мәсетле һөт заводы директоры итеп тәғәйенләйҙәр, бер йылдан – райондың баш ветеринария табибы. Был вазифала ул 21 йыл хеҙмәт итә. Ошо йылдар эсендә малсылыҡ биналарының санитар торошон яҡшыртыу, йәш малдар һанын һаҡлауҙы арттырыу, малдарҙың сирләүҙәрен иҫкәртеү өсөн күп эштәр башҡара. Хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

Үҙе менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп донъя көткән һәм ветеринария өлкәһендә эшләгән ҡатыны Роза Ғәлимулла ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалары кескәй саҡтарынан уҡ ата-әсәләрендә уңғанлыҡ, ғәҙеллек һәм тормошҡа һөйөү кеүек күркәм сифаттар күреп үҫкәндәр. Хәҙер үҙҙәре лә балаларын улар өлгөһөндә тәрбиәләйҙәр.


Хөрмәтле Таһир Мөхәмәтхай улы!

Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан

Өлөш сыҡһын Һеҙгә мул ғына.

Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә аҡ бәхеттәр,

Шатлыҡтарға илтер юл ғына!
Мәсетле ветстанцияһы коллективы.