Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
5 Март 2019, 12:04

Һеҙҙең хеҙмәт хөрмәткә лайыҡ

Нимәнән башлана мәктәп? Һәр мәктәп уҡытыусынан башлана тип әйтһәгеҙ, һис яңылышмаҫһығыҙ. Уҡытыусының эше яуап-лы ла, ижади ла. Уның үҙен ышаныслы тотоуы киләсәккә өмөт менән ҡарарға, үҙ көсөңә ышанырға ярҙам итә.

Зөһрә Зияфетдин ҡыҙы Михайлованың исеме 1-се һанлы Оло Ыҡтамаҡ лицейы менән тығыҙ бәйләнгән. Ул ошо мәктәптә белем алған һәм бына инде 25 йылдан ашыу туған мәктәбендә балаларҙы уҡыта. Был уҡыу йорто тормошонда аҙмы, әллә күпме? Һәр кеше өсөн был тормоштоң бер осоро ғына түгел, ә һынауҙар һәм уңыштарға ирешеү, шатлыҡ һәм көйөнөстәр менән тулы оло юл. Ул – балаларҙы тәрбиәләү буйынса даими һәм маҡсатлы эш, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу. Зөһрә Зияфетдин ҡыҙы аралаша белеүе, дуҫтарса мөнәсәбәте менән коллегалары араһында хөрмәт яулаған. Ул һис һүрелмәҫ көскә эйә, төрлө хәлдәрҙә ниндәйҙер яңы нәмәне күрә белә һәм һәр ваҡыт йәштәргә ярҙам итергә әҙер. Эшенә һәм уҡыусыларына ҡарата һөйөүҙе үҙендә берләштереп, ул эргәһендәгеләргә күңел байлығын ихлас өләшә.

Уның хаҡында һис туҡтамай һөйләргә мөмкин. Педагогик эшмәкәрлеге осоронда ул бихисап класс сығарҙы. Зөһрә Зияфетдин ҡыҙы “БР мәғарифы алдынғыһы” исеменә лайыҡ, күп һанлы грамоталар менән бүләкләнгән, әммә иң ҙур байлығы – уҡыусыларының ҡаҙаныштары, ата-әсәләрҙең йылы һүҙҙәре һәм бергә эшләгән педагогтарҙың рәхмәте.

Хөрмәтле Зөһрә Зияфетдин ҡыҙы, Һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер, уңыштар, һәр ваҡыт шундай уҡ шат булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ. Бәхетле булығыҙ! Һеҙҙең изге эштәрегеҙҙе онотмайбыҙ, традицияларығыҙҙы хөрмәт итәбеҙ.

Оло Ыҡтамаҡ лицейынан коллегаларығыҙ.