Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
25 Февраль 2019, 14:07

Оҫта ҡуллы ауыл уҙаманы

Ошо айҙа Абдулла ауылы уҙаманы Ҡәүи Аҡмалов 85 йәшлек юбилейын билдәләй.

Уны халыҡ балта оҫтаһы булараҡ белә. Ауыл кешеһе өсөн был мөһим һөнәргә ул нисек эйә булған?Сере ябай. Типтәр осонда йәшәгән Сәхәү балта эше менән шөғөлләнеп, буралар бурай. Уның улы Аҡмал ҡартатай ҙа, атаһы һөнәрен ҡабул итеп, ике ҡатлы йорт һалған, 10 аты булған. 1930 йылдарҙа аттарын колхозға тартып алғандар.

Ғәлләүҙең кинйә улы Ҡәүи, ата-бабалары юлын дауам итеп, балта оҫтаһы булып китә.

Ватан һуғышы башланыу совет кешеләренә бик күп ғазаптар кисерергә мәжбүр итә. Ҡәүи ағайҙың оло ағайы Мулланур яу яланында ҡала, икенсе ағайы Хафиз контузия алып ҡайта.

Ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, ул мәктәптә белем алыу-ҙы дауам итә, уҡырға ынтылыш уға Оло Аҡа урта мәктәбен тамамларға мөмкинлек бирә. Һөнәр алыу теләге механизаторҙар курсына илтә, ә артабан йәшлек романтикаһы үҙенекен итә: Ҡаҙағстанға сиҙәм ерҙәр үҙләштерергә путевка бирәләр.

1960 йылда атаһы Ғәлләү бабай ауырып китә һәм Ҡәүи ағай-ға ауылға ҡайтырға тура килә. Өйләнә, мәктәпкә хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы булып урынлаша. Ҡатыны Дания еңгә һатыусылар курсын тамамлай һәм магазинда эшләй. Йәш ғаилә атай йортонда донъя көтә башлай.

Совет осороноң 60-70 йылдарында илдәге үҙгәрештәр районды ла ситләп үтмәне. Боронғо ауыл Абдуллаға ла “перс-пективаһыҙ” мөһөрө тағылды. Киләсәктә төҙөлә торған “Юғары Суян” ГЭС-ына бәйле, Әй буйы урамдары күсергә тейеш ине. Шул сәбәпле ауыл халҡы, бигерәк тә йәштәр, Коми тарафтарына күпләп киттеләр. Әммә Аҡмаловтар ауылда ҡалды.

Ҡәүи Ғәлләү улының тырышлығы, үҙ һөнәрен яратып башҡарыуы, халыҡҡа ярҙамсыллығы оҫта булараҡ мебель эшләү һөнәрен үҙләштереү, халыҡҡа күп заказдар эшләү мөмкинлеге бирҙе, бигерәк тә өй йыһаздарын, ишектәр, тәҙрә рамдары, шкаф, комодтар яһаны.

Дания һәм Ҡәүи Аҡмаловтар 6 бала үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙылар.

Ҡәүи ағай ата-бабалары һөнәренә тоғро ҡалды. Бөгөн иһә район ауылдары араһында иң матур, күркәм йорттары менән дан тота Абдулла ауылы. Һәр урамы үҙенсәлеге менән айырылып тора, бигерәк тә йорт фронтондары, тәҙрәләре үҙенсәлекле биҙәктәр менән биҙәлгән. Бында, һис шикһеҙ, Ҡәүи ағайҙың да өлөшө ҙур.

Бөгөн туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған ауыл аҡһаҡалы таҙа-һау, сәләмәт, мал аҫрай, бал ҡорттары тота.

Йәй көндәре ауылға ҡунаҡҡа ейән-ейәнсәрҙәре килә. Атай йорто һәр саҡ быуындар бәйләнешен һаҡлаусы йорт булып тора. Иншаллаһ, шулай булһын ине.