Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
20 Февраль 2019, 13:05

Бәхетле кеше

Педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы Т. П. Князева юбилейын билдәләй

“Хәлдәрегеҙ нисек, Татьяна Павловна?” – тигән һорауға ул: “Барыһы ла бик яҡшы!” – тип яуап бирә. Уның яңғыратып көлөүе, яғымлы һүҙҙәре әңгәмәселәренең кәйефен күтәреп ебәрә. Беҙҙең алда – бәхетле кеше. Бәхет сере ниҙә һуң уның?!

Ул тыуған ауылында йәшәй, эргәһендә –туғандары, яҡындары, үҙе ихлас яратҡан һәм ихтирам иткән дуҫтары һәм таныштары.

Ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған. Татьяна Павловна – шуҡ, тиктормаҫ тәрбиәләнеүселәрен өҙөлөп яратыусы талантлы педагог. Ошо йылдар эсендә күпме уҡыусыларҙы сығарған. Уның уҡыусылары әле булһа тәүге уҡытыусыларына яратып һәм тәрән ихтирам менән ҡарай.
Ленария Хаматуллина: “Иҫемдә, беҙ, беренсе класс ҡыҙҙары, тәү ҡараштан уҡытыусыбыҙға ғашиҡ булдыҡ. Ул шундай матур, яҡты сырайлы, йомшаҡ ҡына итеп һөйләшә. Тәнәфес булыу менән уға ҡағылыу, сер итеп кенә мөһим яңылыҡтарыбыҙҙы һөйләр өсөн һәр ҡайһыбыҙ уның өҫтәле янына ашыға.Ҡыҙҙар шунда уҡ буласаҡ һөнәрҙәрен билдәләп тә ҡуйҙы: беҙ ҙә балаларҙы уҡытасаҡбыҙ”.
Эльвира Рамазанова: “Мин 1984 йылда беренсе класҡа барҙым. Татьяна Павловнаның дәрестәрен, уның мимикаһын, йылы ҡараштарын, тигеҙ, тыныс тауышын әле лә хәтерләйем. Ул беҙҙең менән һәр ваҡыт уртаҡ тел таба ине, беҙгә кешеләр мөнәсәбәттәре донъяһын асты: дуҫлашырға, бер-береңә ҡарата түҙемле, яҡшы булырға өйрәтте.

Ғаиләбеҙ менән ҡалаға күсенгәс, мин оҙаҡ ҡына уҡытыусыма һәм класташтарыма хаттар яҙҙым. Татьяна Павловнаның матур яҙыуға ниндәй иғтибар бүлеүен белеп, һәр хәрефте тырышып-тырышып яҙа инем. Бөгөн мин, 20 йыл стажлы уҡытыусы, Татьяна Павловна менән осрашҡанда һәр ваҡыт кәңәшләшәм. Ә иң мөһиме, Татьяна Павловна беҙҙең барыбыҙҙы ла хәтерләй: беренсе класта мин, баҡтиһәң, шашка турнирында еңгәнмен икән һәм шашка королеваһы булғанмын. Ул беҙҙең аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәребеҙҙе һаҡлай”.
Светлана Щербинина: “Беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙың тәүге уҡытыусыһы Татьяна Павловна Князеваны рәхмәттәр уҡып иҫкә алабыҙ. Ата-әсәләр йыйылыштарына беҙ бик теләп йөрөнөк, сөнки балаларыбыҙҙың ғәмһеҙлеге өсөн беҙҙе шелтәләмәҫен, ә киреһенсә, уларға нисек ярҙам итергә икәнлеген әйтеп ебәререн, һәр береһен маҡтап алырға мотлаҡ һылтау табырын белә инек. Балаларыбыҙ хәҙер өлкәндәр инде, әммә тәүге уҡытыусылары менән бәйләнештәрен өҙмәйҙәр, беҙ үҙебеҙ ҙә уны күреп, аралашырға шатбыҙ”.

Татьяна Павловна педагогик эшмәкәрлеген Октябрьск ауылында башлаған. Бында ул тәжрибә алған, бында уның әле лә хәтерләгән тәүге уҡыусылары, улар ҙа уҡытыусыларын онотмай.

Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә ул 20 йылдан ашыу эшләгән, коллегаларының һөйөүен һәм ихтирамын яулай алған.

Татьяна Новоселова, Светлана Худякова: “Беҙгә Татьяна Павловна менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Башланғыс кластар завучы булараҡ, беҙҙе (уның етәкселегендә 17 башланғыс кластар уҡытыусыһы эшләне) берләштереү өсөн ул күп көс һалды. Уның юғары профессионаллеге беҙҙең өсөн бәхәсһеҙ ине. Ғәҙел етәксе, бер үк ваҡытта остаз да, ярҙамсы ла булды. Бөгөн ул мәктәптә йыш күреп булған ҡунаҡ, ә беҙ һәр ваҡыт уны күреүебеҙгә шатбыҙ”.
Любовь Моржерина, Дамира Фәйзраева, Елена Саламатова: “Бөгөн беҙ әхирәтебеҙ Татьянаны тыуған көнө менән ҡотларға ашығабыҙ. Ул хәлеңде уртаҡлаша, эргәһендә булғандар менән бергә шатлана белгән иҫ китмәле алсаҡ, ихлас кеше. Уның холҡонда шундай шәп сифат бар: беҙҙе нисек барбыҙ, шулай ҡабул итә. Һәр кемдә ниндәйҙер яҡшы яҡты таба. Кеше башҡалар тураһында үҙенән сығып фекер йөрөтә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ә ул изгелекле, ярҙамсыл кеше.

Тормош ауырлыҡтарын кисергән мәлдәрҙә ярҙам һорап беҙ уға ашығабыҙ, серҙәребеҙҙе лә тап уға ышанып һөйләйбеҙ һәм әллә ҡайҙа ҡалған йәшлек дуҫтары араһында бәйләүсе звено булып торғаны өсөн уға рәхмәтлебеҙ.

Беҙ бары тик ул ғына шулай әҫәрләнеп һөйләй белгән шиғырҙарҙы тыңларға яратабыҙ. Уның менән бергә ул яратҡан музыкаға вальс әйләнеүебеҙгә шатбыҙ, уның шундай аҡыллы һәм һәләтле уҡыусылары тураһында икһеҙ-сикһеҙ тыңларға һәм уның менән бергә уларҙың уңыштарына ҡыуанырға, уңышһыҙлыҡтарына ҡайғырырға әҙер”.

Бына, “Бәхет сере нимәлә һуң?!” тигән һорауға яуап алдыҡ та инде. Ә бәхет һәр нәмәлә: беҙ нимә яратабыҙ, күрәбеҙ, ишетәбеҙ – шунда.