Зөфәр Әсмәндиәровтың бөтөн хеҙмәт юлын эшһөйәрлек, ныҡышмалылыҡ һәм ғәҙеллек тигән һүҙҙәр менән ҡылыҡһырларға була. Был кешенең дөйөм хеҙмәт стажы – 39 йыл, шулар-ҙың 27-һе Теләш мәктәбенә бағышланған. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул бары тик ошонда – тыуған ерендә генә бәхетен табасағын белә.
Зөфәр Вәкил улы 1949 йылдың 18 февралендә Ишәле ауылында тыуған. 10-сы класты Ҡарлыхан ауылында (Балаҡатай районы) тамамлаған.
Мәктәптән һуң “Коммунист” колхозында тракторсы булып эшләй. Һуңыраҡ Өфөлә өс айлыҡ бухгалтерҙар курсында уҡып ала.
Ике йыл Әләгәҙ ауылында “Мәсәғүт” совхозында эшләгәндән һуң Совет Армияһы сафына алына.
– Хеҙмәтте мин Германияның Дрезден ҡалаһында үттем, – тип иҫенә төшөрә. – Ул бик матур урын. Галереяларҙа йөрөүҙән башҡа, унда мин йүнләп башҡа бер ерҙә лә булманым. Хәҙер үкенәм.
Бик яҡшы хеҙмәте өсөн “В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә яугир батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Ҡайтҡас ауыл Советында эш башлай, унда тыуған ауылы мәнфәғәтендә алты йыл хеҙмәт итә. Әммә белем алыуын туҡтатмай һәм Бөрө педагогия институтының химия һәм биология факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
1976 йылда Зөфәр Вәкил улын мәктәпкә биология уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар.
– Химия, хеҙмәт, физкультура дәрестәрен алып барҙым, – ти Зөфәр Әсмәндиәров. – 1989 йылда директор итеп ҡуйҙылар. Ул саҡта заманалар ауыр, мәктәптең матди базаһы ярлы, ә балаларҙа белем алыу теләге ғәйәт ҙур ине.
Элекке директор бөтә ошо йылдарҙа иңгә-иң тороп эшләгәндәр тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй. Уның һүҙҙәренсә, коллектив татыу, бөтәһе лә бер-береһенә ярҙам итеп тора. Ҡуйылған бурыстарға берлектәге көс менән һәр ваҡыт ирешәләр. Балаларҙың юғары өлгәшеүсәнлеге һәм уларҙың юғары уҡыу йорттарына инеүе коллектив өсөн төп ҡаҙаныштарының иң мөһиме була.
Мәктәптә 200-ҙән ашыу бала уҡый. Хәҙерге кеүек Тәкә ауылынан һәм Ишәленән балалар килә. Мәктәп автобустары булмай, ләкин Зөфәр Вәкил улы колхоз менән берлектә балалар-ҙы йөрөтөүҙе ойоштора.
“Игенсе” колхозы рәйесе Ильяс Ғәлимов һәм бухгалтер Гүзәл Хәйруллина ҙур ярҙам күрһәтә. Мәктәп күмер яғып йылытыла, һәм тап улар уны килтерергә ярҙам итә.
Үҙ яғынан мәктәп директоры ауыл хужалығы өсөн механизаторҙар әҙерләү буйынса курс-тар ойоштора.
Мәктәп тормошона балалар ҙа йәлеп ителә. Йәйгеһен хеҙмәт лагерҙары эшләй, унда уҡыу-сылар картуф һәм сөгөлдөр утай. Уҡыу йылы дауамында урмандарҙы һәм урамдарҙы таҙар- тырға сығалар, шуның менән тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөштәрен индерәләр һәм хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр.
Эшендә хөрмәт итәләр һәм баһаһын беләләр Зөфәр Вәкил улының. Уның тырышлығы һәм ғәҙеллеге коллегалары һәм ауылдаштары күңеленә ышаныс һала. 1992 йылда “РФ халыҡ мәға-рифы отличнигы”, 1999 йылда “БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыу-сыһы” тигән исемдәргә лайыҡ була.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәп китапханасыһы булып эшләгән ҡатыны Сайма Ҡазихан ҡыҙы менән бергә балаларын да шундай уҡ намыҫлы кешеләр итеп тәрбиәләгәндәр. Уларҙың ғаиләһендә бер-береһен ихтирам итәләр һәм күңел йылыһы өләшәләр.