Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
6 Февраль 2019, 16:03

Хеҙмәте уҡыусыларында ҡабатлана

Балаларға һөйөү, эшһөйәрлек, яратҡан һөнәргә тоғролоҡ, сабырлыҡ, талапсанлыҡ, төплө аҡыл, энергия, интеллигентлыҡ… Теләш урта мәктәбенең хаҡлы ялдағы инглиз теле уҡытыусыһы Рәзинә Әхмәтйәнова ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә. 4 февралдә ул юбилейын ҡаршылай.

Рәзинә Әхмәтйәнова– ҡала ҡыҙы. Ул Өфөлә тыуып үҫкән, әммә бар күңеле менән ауыл тормошон үҙ иткән. Каникул мәлдәрендә әсәһенең тыуған ауылы Ҡорғатҡа килеп йөрөгән. Шул мәлдә ауылдың уҡыу йорто директоры әле генә мәктәп тамамлаған ҡыҙҙы инглиз теленән уҡытырға саҡыра. Ул йылдарҙа мәктәптәрҙә сит ил телдәре буйынса уҡытыусылар етешмәй. Икенсе йылға район халыҡ мәғарифы бүлеге йәш уҡытыусыны Теләш урта мәктәбенә күсерә. Артабан Рәзинә Әғзәм ҡыҙы ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамлай һәм педагогик эшмәкәрлеккә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлай.

Рәзинә Әхмәтйәноваға тыу-мыштан ижади башланғыс һалынған һәм ойоштороу һәләте бирелгән. Мөғәллимәнән бик оҫта хореограф, дизайнер, режиссер, оҫта тегенсе сығыр ине. Ошо барлыҡ һәләттәрен ул балаларға белем биргәндә оҫта файҙаланды. Уҡыусылары өсөн ул кешелеклелек, намыҫ өлгөһө булды, күп уҡыусылары, инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен һайлап, уның юлынан китте.

Уның элекке уҡыусыһы, хәҙер үҙе Теләш мәктәбендә инглиз теленән балаларға белем биргән Гөлнара Хәтмуллина остазы тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша: “Мин Рәзинә Әғзәм ҡыҙының беҙҙең класс етәксеһе булыуын теләй инем: уның класындағы уҡыу-сылар барлыҡ мәктәп сараларында гел призлы урындар алды. Мәҫәлән, “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” бәйгеһенә, Яңы йыл карнавалдарына ул иң ҡыҙыҡлы сығыштар әҙерләй торғайны.

Күп уҡыусылары уны клас-тан тыш эштәрҙе оҫта ойоштороусы педагог булараҡ хәтерләй, сөнки нәҡ Рәзинә Әғзәм ҡыҙы беҙҙең өсөн төп хореограф булды. Ул ваҡыттарҙа “Кадриль” да, “Полька”ла, “Березка”ны ла бейей инек. Молдаван, украин, марый, үзбәк бейеүҙәрен өйрәндек, уҡытыусы менән бергә милли биҙәүестәр әҙерләнек. Бынан тыш, ул беҙҙә макраме түңәрәге алып барҙы.

Уның сит ил теле буйынса дәрестәре иң сағыуҙарҙың береһе булып иҫтә ҡалған. Беҙ яңы телде, яңы мәҙәниәтте ҙур теләк менән өйрәндек. Ошо ерҙә бер мөһим фактҡа иғтибарҙы йәлеп итәм. Мин күршеләрҙе барлап сыҡтым– барлығы ун өй. Шуларҙың бишеһендә үҙ һөнәрҙәрен инглиз теле менән бәйләгән ҡыҙҙар үҫкән. Мин – алтынсыһы”.

Мәктәптә эштең күплегенә ҡарамаҫтан, Рәзинә Әғзәм ҡыҙы үҙ балаларын лайыҡлы тәрбиәләне. Тормош иптәше Рәфҡәт Сәфәрғәли улы менән ике бала үҫтерҙеләр. Рөстәм Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлаған. Руфинә, әсәһе кеүек, Башҡорт дәүләт университетының сит ил телдәр факультетында белем алды. Улар-ҙың икеһенең дә бөгөн үҙ ғаиләләре бар.

Юбилей көнөндә Рәзинә Әғзәм ҡыҙына һәм балаларына, ейәндәренә сәләмәтлек, именлек, уңыштар һәм илһам теләйбеҙ.

Теләш урта мәктәбе

уҡытыусылары һәм педагогик хеҙмәт ветерандары исеменән

Люция ЗӘКИРЙӘНОВА.