Ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Таиф Хәким улы Зариповты 95 йәшлек юбилейы уңайынан район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡа- рыусы Айҙар Әхмәтшин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәләүетдинов һәм район ветерандар советы рәйесе Юрис Сафиуллин ҡотланылар. Улар юбиляр-вете- ранға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын еткерҙе һәм гөлләмә менән бүләк тапшырҙы.
– Илебеҙ өсөн хәл иткес йылдарҙа күр-һәткән батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм ҡыйыу-лыҡ, тыныс тормошта фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тыныс күк йөҙө, именлек, яҡындарығыҙҙың иғтибарын, хәстәрлеген һәм ярҙамын тойоп йәшәүегеҙҙе, рух күтәренкелеге, оҙон ғүмер теләйбеҙ, – тине Айҙар Алкин улы.
Ә һуғыш ветераны изге һүҙҙәре һәм күр-һәткән иғтибарҙары өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
Таиф Зарипов – ғәҙеллек, тәрән аҡыл, тормошҡа сикһеҙ һөйөү менән айырылып торған аҡһаҡал.
– Оҙаҡ йәшәүемдең сере – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуымда, – тине ул. – Мин алкоголь һәм тәмәке ҡулланыуға ҡаршымын. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек һәм минән ҡалышмауығыҙҙы теләйем.
Һуғыш ветеранының оло юбилейы – беҙҙең барыбыҙ өсөн дә мөһим ваҡиға. Беҙгә тыныслыҡ һәм азатлыҡ бүләк иткән яугирҙың һаулығы артабан да ныҡ булһын, көс-ҡеүәт ташламаһын һәм, әлбиттә, һәр көн шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен.